Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Август 2020, 11:07

Йырлап ярышыусылар күп

/

10-11, 18-19 августа Сибайҙа XV Төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” конкурсы үтә. Ҡалабыҙҙа 15-се тапҡыр ойошторолған йыр бәйгеһенә заявкалар ҡабул ителеү туҡтатылды.
Конкурсҡа 7-16 йәшлек балаларҙан, 17-65 йәшлек һәүәҫкәр, 17-45 йәшлек профессиональ йырсыларҙан 200-ҙән ашыу заявка ҡабул ителгән. Ярыш шарттары буйынса бөтә мәғлүмәт Бәйләнештә социаль селтәренең https://vk.com/irandek_mondar төркөмөндә урынлаштырылған.
Конкурстың I туры 10-11 августа Сибайҙың “Мир” йәштәр йортонда үткәрелә. II тур 18 августа,19 августа Ҡала көнөндә үҙәк майҙанда Гала-концерт уҙасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: конкурстың төп призы—автомобиль!
Гульдар Кадаева.
Читайте нас: