Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Июль 2020, 10:54

Башҡортостанда яҙыусы Нәжиб Асанбаевтың 100 йыллығын билдәләргә әҙерләнәләр

*

Башҡортостанда яҙыусы Нәжиб Асанбаевтың 100 йыллығын билдәләргә әҙерләнәләр. Әлеге ваҡытта башлыҡтың тейешле указ проекты килешелә.
2021 йылда Нәжиб (Николай) Асанбаевҡа 100 йыл тула (1921-2013). Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле башҡорт прозаигы, шағир, драматург, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, йәмәғәт эшмәкәре.
Уның әҫәрҙәре араһында — беренсе совет дипломаты Кәрим Хәкимов һәм Әхмәтзәки Вәлиди тураһында «Ҡыҙыл паша», «Көҙән башҡорто» драмалары.
Читайте нас: