Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Июнь 2020, 22:14

Сибайҙар батырҙы данланы

Батырыбыҙҙың Сибай ҡалаһындағы бюсы сәскәләргә күмелде.

Бөгөн - Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл. Ошо уңайҙан республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларында төрлө саралар үтә. Сибайҙар ҙа милли геройыбыҙҙың тыуған көнөн уның һәйкәле янында билдәләп үтте.

Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова етәкселегендә Салауат Юлаев бюсына сәскәләр һалынды. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле сәсәниә Асия Ғәйнуллина батырыбыҙҙың тормош юлын байҡаны. Әүҙем йәмәғәтсе, ҡоролтай ағзалары - Таңһылыу Ғәйнуллина менән Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусыһы Айһылыу Моталлапова уның ижады хаҡында бәйән итте.
Фото: Гөлдәр Ҡадаева.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: