Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Июнь 2020, 10:20

Салауат Юлаев премияһына эштәр ҡабул ителә башланы

Премия күләме - 500 мең һум.

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы комиссияһы премия алыу өсөн эштәр ҡабул итә башланы.
Эштәр 15 июндә ҡабул ителә башлай һәм 15 июлгә тиклем дауам итәсәк. Бөгөн һәр премияның күләме 500-әр мең һум тәшкил итә.
Салауат Юлаев исемендәге өс премия ике йылға бер тапҡыр иң талантлы, яңы һәм үҙенсәлекле әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн бирелә. Улар йәмәғәтселек тарафынан танылырға һәм Башҡортостан мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ҙур өлөш индерергә тейеш.
Конкурсҡа эштәр әҙәбиәт өлкәһендә тапшырыу ваҡытынан ярты йыл алда матбуғатта баҫылған әҫәрҙәр, сәнғәт өлкәһендә – халыҡ алдында башҡарылған, архитектура өлкәһендә файҙаланыуға тапшырылған эштәр ҡабул ителә.
Комиссия тарафынан конкурсҡа ебәрелгән әҫәрҙәр исемлеге республика матбуғатында баҫылып сыға.
Фото: bash.news
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: