Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Май 2020, 22:40

Хәйбулла -- ҡурайсылар төбәге

Район мәҙәниәт йортоноң ”ТҮҢГӘҮЕР” халыҡ ҡурайсылар ансамбле 1985 йылдан бирле уңышлы ғына эшләп килә //

Район мәҙәниәт йортоноң ”ТҮҢГӘҮЕР” халыҡ ҡурайсылар ансамбле 1985 йылдан бирле уңышлы ғына эшләп килә. Ансамблдең етәкселәре билдәле ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Зәйнулла Раев, Ришат Аҡбалин, Дилмөхәмәтовтар династияһын дауам итеп Риф Дилмөхәмәтов була. Бөгөнгө көндәрҙә етәксе вазифаһын Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илдар Юнысов яулай.

”ТҮҢГӘҮЕР” халыҡ ҡурайсылар ансамбле ҡурайҙа уйнау үҙенсәлектәрен һаҡлап, уны киләсәк быуынға пропагандалай. Ансамбль район, республика конкурстарында һәм байрамдарында ғына ҡатнашып ҡалмай, ә сит өлкәләрҙә һәм илдәрҙә лә үҙҙәренең ҡурай уйнау оҫталыҡтарын күрһәтәләр.

2011 йыл ”ТҮҢГӘҮЕР” халыҡ ҡурайсылар ансамбле төрки телле халыҡтар мәҙәниәте халыҡ –ара ойошмаһы (Төрксой) генераль секретариаты уҙғарған “Лавр ” фольклор фестивалендә ҡатнашып ҡайтты. Унда тағы ла Әзербайджан, Ҡаҙаҡстан, Ҡырғыҙстан, Татарстан, Ҡабардина – Балҡар һәм Дағстан илдәренән фольклор коллективтары ла ҡатнашҡан. Фестивалдә һәр халыҡ үҙенең милли музыка ҡоралында сығыш яһаған.

”ТҮҢГӘҮЕР” халыҡ ҡурайсылар ансамбленең ҡатнашыусылары булып райондың сәнғәт мәктәптәре уҡытыусылары һәм ҡурай моңо һөйөүселәре тора.
Читайте нас: