Хәйбулла хәбәрҙәре
-14 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Май 2020, 23:00
Башопера «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһының 1963 йылғы үҙенсәлекле яҙмаһын күрһәтә
Музыкаль етәксе һәм ҡуйыусы дирижер - яҡташыбыҙ Ғәйнетдин Моталов
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Театр архивы» проектын дауам итә. 14 майҙа 1963 йылғы үҙенсәлекле яҙма – Заһир Исмәғилевтың Баязит Бикбай либреттоһына «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы күрһәтелә.
Спектаклдә башҡорт сәхнәһе оҫталары ҡатнаша. Уны мәшһүр артист Мәғәфүр Хисмәтуллин ҡуйған, төп ролде – Яппарҙы ла ул башҡара. Наза — Нажиә Аллаярова, Басир — Нәзир Әбдиев, Шәмсиә — Зәйтүнә Ғәзизова, Ильяс — Салауат Закиров, Мәхмүзә — Сания Хәйруллина, Мөхәмәтша — Марат Хисмәтуллин.
Музыкаль етәксе һәм ҡуйыусы дирижер – Ғәйнетдин Моталов, ҡуйыусы рәссам – Мөхәмәт Арыҫланов, хормейстер – Ләйлә Исхаҡова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр кесаҙна киске сәғәт 7-лә театрҙың
YouTube-каналында
спектаклдәр, Башҡортостан сәнғәт оҫталарының ижад, юбилей кисәләрен ҡарарға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/bash/1450278/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?