Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Апрель 2020, 00:11

«Китапхана төнө-2020»

Акция Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала һәм «Оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ» исеме аҫтында үтәсәк. //

Хөрмәтле китап уҡыусылар, дуҫтар!

Һеҙҙе, үҙәк район китапханаһы 25 апрель көнө 18.00. сәғәттә үткәреләсәк «Китапхана төнө-2020» Бөтә Рәсәй акцияһында офлайн режимында ҡатнашырға саҡыра, акция Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала һәм «Оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ» исеме аҫтында үтәсәк.

Программала:

1. «Үтте һуғыш, ҡалды һағыш» исемле китап күргәҙмәһенә байҡау яһала.

2. Үҙәк район китапханаһының «Бәйләнештә» селтәрендә «Утлы йылдар ауазы» исемле викторина һорауҙары тәҡдим ителә. Викторина һорауҙарына яуаптарығыҙҙы һәр кем үҙәк район китапханаһының «Бәйләнештә» селтәренә шәхсән хәбәр итә ала. Яуаптар 23 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

3. Үҙәк район балалар моделле китапханаһы «Бәйләнештә» селтәрендә «Китаптарҙа һуғыш хәтере» исемле викторина һорауҙары тәҡдим итә. Викторинала 6 йәштән 16 йәшкә тиклем теләүселәр ҡатнаша ала.


4. Флешмоб «Дәһшәтле һуғыш йылдары». Бөйөк Ватан һуғышына арналған китап менән селфи эшләргә һәм #Памятьовойненамкнигиотставляют#центральнаярайоннаябиблиотека#Акъяр#годпамятииславы хэштегы менән инстаграмға ҡуйырға.

5. Акция «2020 секунд. Йәшәү хаҡына уҡы». Бөйөк Ватан һуғышына арналған шиғыр йәки әҫәрҙән өҙөк уҡып, видеоға төшөргә һәм #2020секунд#Читайтерадижизни!#Хайбулла#годпамятииславы хэштегы менән үҙәк район китапханаһының «Бәйләнештә» селтәренә ҡуйырға. Видеоның шарты: исем-шәрифеңде, китаптың авторын һәм исемен атарға. Видеотаҫма 2 минуттан артмаҫҡа тейеш.


6. Хәйбулла районының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре «Йөрәктәрҙе әрнетерлек йылдар яраһы» исемле видеоконцерт тәҡдим итә.
Читайте нас: