Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Март 2020, 01:08

Төп приз—Учалы йырсыһында

Сибай ҡалаһында ойошторолған “Урал аръяғы тауышы” шоу-проектының икенсе миҙгеле тамамланды. Үҙенсәлекле конкурста Урал аръяғының ғына түгел, тотош республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан йырсылар ярышты.//

Сибай ҡалаһында ойошторолған “Урал аръяғы тауышы” шоу-проектының икенсе миҙгеле тамамланды. Үҙенсәлекле конкурста Урал аръяғының ғына түгел, тотош республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан йырсылар ярышты. Остаздар, йырсы һәм вокал буйынса педагогтар —Раил Өмөтбаев, Зәйнетдин, Светлана Үтәева һәм Надежда Камогорова проекттың башынан алып ҙағынаса көсөргәнешле эшләне.

Шоу-проекттың финал өлөшө Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында бик йәнле үтте. Ҙур тулҡынланыу менән көтөлгән конкурстың төп еңеүсеһе булып Учалы районынан Раян Юнысов танылды. Даланлы йырсыға 50 мең һумлыҡ сертификатты Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов тапшырҙы.

--Төбәктә ҙур уңыш менән барған был проект киләсәктә лә буласаҡ. Тиҙҙән “Урал аръяғы. Балалар тауышы”на ла старт биреләсәк,--тине Рөстәм Әхмәткәрим улы, еңеүсене ҡотлап.

Раян Юнысовтың остазы--Раил Өмөтбаев. Әйткәндәй, беренсе миҙгел еңеүсе Елизавета Филиппова ла тап уның командаһынан булғайны.

--Еңеүем көтөлмәгән ваҡиға булды. СМС-тауыш һөҙөмтәләре проекторға сығарылып, минең исемем яңғырағас, аптырауға төштөм. Унан һуң инде шул тиклем ҡыуандым! Проектта ҡатнашырға Сибайҙа йәшәгән, йырлауымды белгән дуҫым тәҡдим итте. Барыһына ла ҙур рәхмәт! Ямалдан алып Дағстанға ҡәҙәр йәшәүселәр минең өсөн смс-тауыш бирҙе. Уларға айырым оло ихтирамымды белдерәм. Залда минең өсөн өләсәйем менән ҡартатайым янып-көйөп ултырҙы, ҡәҙерле кешеләремә лә ҙур рәхмәт!— тине Учалы егете.
Читайте нас: