Хәйбулла районы башҡорттарында ла элегерәк һуғым малының башын ҡыш буйына һаҡлап, яҙын ошо башты бешереп, ашҡа сыҡырышыу йолаһы булған. Баш ҡыш буйына туңдырылып һаҡланған. Был йола яҙ көнө, малдарҙың ҡырға сығыуы алдынан көндәр йылыта башлағас уҙғарылған. Баш ите ашаған саҡта мал артһын, уңыш бай булһын, тип теләнгән.
Малдың башын таҙартып йыуып, бешереп алғас, ҡунаҡтарҙы сығарыр алдынан уны маңлай өлөшөндә, ҡолаҡтары артында һәм ауыҙ эргәһендә ике яҡтан өсмөйөш киҫектәр эшләнгән. Башты киҫәктәргә бүлгәндә һәр кемгә тәғәйен өлөш сыҡҡан. Ә тел менән ҡолаҡ ите һәр кемгә бирелергә тейеш булған. Белгестәр билдәләүенсә, һәр кемгә өлөш сығарыуҙың нигеҙендә тотемистик ҡараштарға бәйле сәбәптәр ята. Малға, йәнлектәргә табынған кеше ризыҡланыу өсөн уны һуйғас, улар был тыйыуҙы боҙған өсөн кешеләрҙән үс ала башлауҙары ихтимал, тип уйлағандар. Шуға ла күп кеше саҡырып, итте улар менән бергә ашап, хайуандарҙы алдайбыҙ, тигән фекерҙә булған.
Баш итен ашаған саҡта ҡунаҡтар мотлаҡ рәүештә малдың ишәйеүен теләгән: "Малың ишле булһын, малдың ҡото китмәһен!".
Халҡыбыҙҙың был матур йолаһын тергеҙеү маҡсатында Ғәлиәхмәт ауылы ағинәйҙәре бергәләшеп байрам түрендә ил-йорт имен торһон, хужаларҙың мал-тыуарҙары иҫән булһын һәм ишәйһен, һуғымдары һимеҙ булһын тигән теләктәр теләнеләр. Мал-тыуарға, тәбиғәт күренештәренә ҡағылышлы әйтемдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр, йырлап һәм бейешеп тә алдылар.