Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Ғинуар 2020, 01:05

Эх, быймаһы!

Әбүбәкер ауылында күркәм традицияға әүерелгән, бөтә халыҡ яратып көтөп алған сара -- "Эх, быймаһы" байрамы үтте.

Әбүбәкер ауылында күркәм традицияға әүерелгән, бөтә халыҡ яратып көтөп алған сара -- "Эх, быймаһы" байрамы үтте. Унда Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Н.Лебедева, район мәҙәниәт йорто методистары М.Ишемғолова һәм Ф.Ҡыуандыҡовалар ҡатнашты.
Программа бик йөкмәткеле ине. Тантаналы өлөштән һуң, "Бүләк" йыр һәм бейеү ансамбле солистары быймалар тураһында таҡмаҡтар әйтте. Ә Л.Русланованың "Валенки, валенки, не подшиты стареньки" дәртле йырына парад: быймаларҙа күмәк бейеүҙәр башланды.
Байрамда ҡатнашыусыларҙың аяҡтарында ниндәй генә быймалар юҡ. Барыһы ла ҡулынан килгәнсе биҙәп, ҡупшыландырып алған. Кемдер төҫлө таҫмалар, ялтырауыҡтар, икенселәр мәрйендәр менән биҙәгән, хатта ҡыңғырау тағып алғандары ла бар.
Уйындар ҙа ҡыҙҙы ғына: баҡтиһәң, быймаларҙы алыҫҡараҡ ташлау буйынса ярышырға ла, хатта быймалар менән "көс һынашырға " ла, кемуҙарҙан йүгерергә лә була икән. Ололар ҙа, "Сулпылар" балалар баҡсаһы бәләкәстәре лә ихлас итеп уйнанылар, быйма тураһында йырланылар, йомаҡ әйттеләр.
Быйма кейеп бейеү конкурсы бик күңелле үтте. Теләгән һәр кем оло размерлы быймаларҙа һикереп төшөп бейене. Бынан тыш, төрлө оҫталыҡ кластарында, халыҡ уйындарында ҡатнашыусылар бихисап булды.
Байрам барыһына ла оҡшаны. "Иң матур быймалар" бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр грамоталар һәм приздар менән билдәләнде.
Лариса Бигушева.
Читайте нас: