Байрамдар осоронда район мәҙәниәт йортоноң ишектәре һис ябылмай: көндөҙ ҙә, кисен дә саралар гөрләп үтә. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәр сараны бөтә күңелен һалып, ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырыша.
Бөгөн, 4 ғинаурҙа, Яңы йыл ғөрөф-ғәҙәттәренә арналған фольклор байрамы үтте. Ағинәйҙәр клубы ағзалары һәм балалар алып барыусы, район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ишемғолова етәкселегендә төрлө башватҡыстар систе, йомаҡтар ҡойҙо, викторинала ҡатнашты һәм мәҡәлдәр яуҙырҙы ғына. Яңы йылды сит илдәрҙә нисек байрам итеүҙәре, ырым-традициялар буйынса бихисап мәғлүмәт белдек. Ҡыш миҙгеленә бәйле һынамыштарҙы ла бик яҡшы белә байрамда ҡатнашыусылар.
Ике командаға бүленеп, төрлө уйындар, мәргәнлеккә, һүҙ оҫталығына бәйгеләр ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Ағинәйҙәр кемуҙарҙан зирәклеген, тапҡырлығын күрһәтеп, үҙ командаһына мәрәй килтерҙе.
Йырламағас-бейемәгәс -- байрам байрам буламы ни инде! Башҡорт халыҡ уйындары барышында дәртле ағинәйҙәр дәртле гармун моңона йырлап та, бейеп тә, шиғыр һөйләп тә үҙ һөнәрен күрһәтте.
Күңелле байрам шыршы тирәләй күмәкләп бейеү, уйындар менән тамамланды.