Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
19 Декабрь 2019, 08:55

Мәҙәниәт усаҡтарын ремонтлау—ауылдар өсөн ҙур ваҡиға

Районда күптән ремонт күрмәгән мәҙәни усаҡтарҙың яңы һулыш алыуы күп нимә тураһында һөйләй

Ауыл клубтары халыҡтың йәмәғәт һәм мәҙәни үҙәктәре булып һанала. Районда күптән ремонт күрмәгән мәҙәни усаҡтарҙың яңы һулыш алыуы күп нимә тураһында һөйләй. Тимәк, халыҡҡа аралашыу, ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Ә сәнғәт өлкәһендә хәйбуллаларҙың даны, уңыштары район һәм республика ғына түгел, унан ситтә лә күптән инде танылған.
“ Быйыл районда мәҙәниәт объекттарында ремонт эштәре төрлө маҡсатлы программалар буйынса бигерәк тә әүҙем бара. Мәҫәлән, юл картаһы буйынса урындағы бюджет иҫәбенә Атингән һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауыл клубтары капиталь ремонтлана.
Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы буйынса Федоровка ауылы мәҙәниәт усағында тамаша залында ремонт тамамланыу өҫтөндә, Иләстә тамаша залы һәм фойе яңыртыла. Иҫәнгилде ауылы клубында тәҙрәләр алмаштырыла, ишектәрен ҡуялар, ингән урын ремонтлана.
Бағымсылар ҙа ярҙам итә. “Башҡорт баҡыры” йәмғиәте Петропавловка ауылы мәҙәниәт усағында тулыһынса капиталь ремонт эшләй. Бында тәҙрәләр, иҙән алмаштырыла, плиткалар һалына, стеналарын эшләйҙәр. Йылылыҡ системаһы тулыһынса яңыртыла. Заманса төҫ алған ауыл клубында эштәрҙе Яңы йылға тиклем тамамларға планлаштыралар.
Быйыл район мәҙәниәт идаралығы һәм район мәҙәниәт йорто бюджеттары иҫәбенә, йәғни үҙебеҙҙең көс менән Вәлит ауылы клубы ла ремонтланды. Штукартурлау эштәре башҡарылды, стена, түбә, иҙәндәр буялды, электр үткәргес сымдар алмаштырылды. Ошондай уҡ эштәр Таштуғайҙа ла башҡарылды”,--тине район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Лариса Мәмбәтова.
Эйе, ауылдарҙа халыҡ мәҙәниәт обьекттарындағы ремонт эштәренән бик ҡәнәғәт, яңы идеялар, ҡыҙыҡлы тамашалар, төрлө бәйгеләргә әҙерләнеү ниәте менән ремонт эштәренең тамамланыуын көтәләр. Яңыса һулыш алған клуб сәхнәләре гөрләп торор әле.
М.Ғәлиева.
Читайте нас: