Быйыл көҙ баш ҡалабыҙ Өфөлә «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуына һәм Башҡортостан Республикаһының бер быуатлыҡ юбилейына арналды. Конференция эшендә Рәсәй төбәктәренең, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең милли һәм академик китапханаларынан килгән ғилми берләшмәнең 200-ҙән ашыу вәкиле ҡатнашты.
Сара сиктәрендә Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы, республика мәғарифты үҫтереү институты һәм Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы тарафынан конкурс уҙғарылды. Уға «Торатау» Конгресс-холында конференция барышында йомғаҡ яһалды. Тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һәм башҡалар ҡатнашты. Алдан иғлан ителгәнсә еңеүселәрҙе 4 номинацияла билдәләнеләр:
— «Уйҙарымдың йомғағы һин…» (Мостай Кәрим тураһында хәтирәләр);
— «Башҡортостан шул картала бер япраҡ саҡлы ғына…» шиғыр флешмобы;
— Мостай Кәримдең донъя картаһын булдырыу;
—«Күкрәгемдән ҡоштар осорам» — Мостай Кәримдең ижады буйынса рэп йырсыларының сығыш яһауы.
Конкурсҡа барыһы 720 эш ебәрелгән булған. Был һандар кешеләрҙең әүҙем булыуын һәм яҙыусыға ҡарата ихтирамлы икәнлеген күрһәтә. Тап ошондай эштәр аша халыҡ ижадҡа булған мөхәббәтен сағылдыра. Сарала республиканан ғына түгел, ә сит төбәктәрҙән дә ҡунаҡтар ҡатнашты.
«Башҡортостан шул картала бер япраҡ саҡлы ғына…» шиғыр флешмобы иң күп һанлы секция булды, бында 600-ән ашыу кеше ҡатнашты. Тик иң-иңдәр диплом һәм бүләктәр менән наградланды. Улар араһында Хәйбулла районынан 6 йәшлек Ләйсән Мәмбәтова ла булды. Ул 2-се Аҡъяр мәктәбендә 1-се класта уҡый.
Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, Ләйсән быға тиклем дә байтаҡ ярыштарҙа ҡатнашып өлгөргән. Унда бындай һәләттәрҙе асыуҙа өләсәһе Зөлфиә Шәғәлимованың роле ҙур булған. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы. «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлфиә Баймырҙина Ләйсәнгә сәхнәлә сығыш яһарға өйрәткән.
Әйткәндәй, быға тиклем Ләйсән донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләү буйынса «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһенең муниципаль этаптарында 2017 йылда Гран-приға, 2018 йылда 1-се урынға лайыҡ булған. 2017 йылда «Йәш әкиәтсе» республика конкурсында 2-се урын алырға ирешкән һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов тарафынан диплом менән бүләкләнгән. 2018 йылда «Урал аръяғы йондоҙҙарҙы ҡабыҙа» асыҡ төбәк балалар конкурсында “Йәш талант” номинацияһында дипломға лайыҡ була. Быйыл Һаҡмар-Наҙарғол ауылында уҙғарылған 2-се төбәк-ара сәсәндәр һәм йыраусылар бәйгеһендә лә ҡатнашҡан. Ғәлиәхмәт мәктәбе ҡарамағында ойошторолған «Хазина» йәйге лагерында “Йәш әкиәтселәр” конкурсында 1-се урын яулаған. Өфө ҡалаһында уҙған донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләү буйынса «Һаумы, һаумы, әкиәт!» төбәк-ара бәйгеһендә ҡатнашып, сертификат алып ҡайтҡан.
«Башҡортостан шул картала бер япраҡ саҡлы ғына…» шиғыр флешмобы иғлан ителгәс, унда ла ҙур теләк менән ҡатнашырға булғандар. Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең был шиғырын Ләйсән бөтә күңелен биреп, оҫталыҡ менән башҡарған видеоны конкурсҡа ебәргәндәр. Бәләкәй ҡыҙҙың шиғыр һөйләүен бәйгенең жюри ағзалары юғары баһалаған. Һөҙөмтәлә Ләйсән Мәмбәтова 2-се урынға лайыҡ була һәм «Торатау» Конгресс-холында уҙған «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы барышында Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығының дипломы менән бүләкләнә. Уның атай-әсәйҙәренең, яҡындарының, бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ошондай башҡорт рухлы ҡыҙ бала тәрбиәләүҙәре тик маҡтауҙарға лайыҡ. Бындай мөһим мәртәбәле сарала ҡатнашып, 2-се урын алып Хәйбулла данын яҡлаған Ләйсәнгә артабан да яңынан-яңы үрҙәр яуларға теләп ҡалабыҙ.