Хәйбулла районының Петропавлока ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Йылайыр районы Сидоровка ауылынан мәҙәниәт йортонон етәксеһе Фәни Ишбулатова саҡырыуы буйынса "Йәгеҙ әле ҡыҙҙар" тип исемләнгән кисәлә ҡатнашты. Берҙәмлеккә һәм татыулыҡҡа арналған бик матур, фәһемле сара ойошторолдо. Ике ауыл ҡатын-ҡыҙҙары араһында бик күңелле, дәртле ярыштар булды, уларҙа еңеүсе бер ине, уныһы ла дуҫлыҡ.