Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Ноябрь 2019, 22:50

Ҡайнатмалар байрамы

Оло Әбеш ауылында "Ҡайнатмалар байрамы" уҙғарылды

Мөмкинлектәре сикләнгәндәр ойошмаһы, ауыл китапханаһы, мәҙәниәт йорто, мәктәп менән берлектә Оло Әбеш ауылында "Ҡайнатмалар байрамы" үткәрҙе. Был байрамға Атингән, Аҡъяр, Йәнтеш, Ғәлиәхмәт, Үрнәк ауылдарынан ҡунаҡтар саҡырылды. Оло Әбеш ауылының ҡатын-ҡыҙҙары З. Исмәғилева, В. Торошова, Ф. Илембәтова, Г. Наҙарғолова, Р. Илембәтова, Р Әбделмәновалар үҙҙәренең төрлө тәмле ҡайнатмаларының рецептары менән таныштырҙылар. Ағинәйҙәр Ғәлиә Ибраһимованың шиғырҙары, Вәлимә Ҡыҙрасованың йырҙары байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Үрнәк ауылынан Р. Ишемғолова музыкаль күстәнәс тип, үҙе ижад иткан мөнәжәтен тамашасыларға бүләк итте. Г. Наҙарғолова М. Кәрим һүҙҙәренә яҙылған "Мин ҡабаттан тыуыр булһам" йырын башҡарып барыһында хайран ҡалдырҙы.
Читайте нас: