Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Ноябрь 2019, 11:30

Район халыҡтары мәҙәниәте фестивале гөрләне

Район халыҡтары мәҙәниәте фестивале гөрләне#мыедины

4 ноябрь Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләнәсәк. Ошо уңайҙан район мәҙәниәт йортонда «Халыҡтар дуҫылығы мәңгелеккә» район халыҡтары мәҙәниәте фестивале уҙғарылды. Байрам сиктәрендә милли кейем-һалымдар, биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәләре эшләне. Башҡорт, урыҫ, сыуаш, татар, украин һәм башҡа халыҡтарҙың традициялары күрһәтелде. Фестивалдә ҡатнашыусылар милли костюмдарҙың зауыҡлығын, традицион аш-һыуҙың төрлөлөгөн күрһәтеп кенә ҡалманы, үҙешмәкәр коллективтар сәхнәлә фольклор номерҙары менәнсығыш яһанылар.


Фестиваль ҡунаҡтарын муниципаль район хакимиәте башлығын ваҡытлыса башҡарыусы Шәкир Дәүләтшин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Аблаев байрам менән тәбрикләне. Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн район ойошмалары һәм учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре муниципаль район хакимиәтенең почет грамоталары һәм маҡтаулы хаттары менән бүләкләнде.

Фестиваль аҙағында барлыҡ байрам ҡунаҡтарын башҡорт бишбармағы, үзбәк былауы, ураин варениктары һәм башҡа халыҡтарҙың тәмле ашамлыҡтары менән һыйланылар.

Читайте нас: