Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Ноябрь 2019, 13:20

Хәйбуллалар «Ҙур этнографик диктант » Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Хәйбуллалар «Ҙур этнографик диктант » Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды#мыедины#беҙберҙәм

Хәйбулла районы «Ҙур этнографик диктант» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Был халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы тәүге тапҡыр үҙәк район китапханаһында уҙғарылды. Был сара Халыҡтар берҙәмлегенә көнөнә арналған һәм Рәсәйҙә дүртенсе йыл рәттән үткәрелә. Акцияла Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Аблаев, Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәни Бикбаев, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтары, китапханасылар һәм башҡалар ҡатнашты.
Читайте нас: