Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Октябрь 2019, 11:46

Афарин, Илдар уҙаман!

Алтай Республикаһында Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылына һәм арҙаҡлы алтай сәсәне Шалбаа Марковтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы XVI Халыҡ-ара сәсәндәр ҡоролтайы үтте. Унда Алтай Республикаһы, Тыва, Хакасия, Бүрәт, Ҡырғыҙстан һәм Башҡортостандан иң яҡшы йыраусылар, өзләүселәр һәм көйләп һөйләүселәр йыйылды.

Башҡортостандан унда ҡатнашҡан берҙән-бер бәйгесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Түңгәүер" халыҡ ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Илдар Юнысов район ғына түгел, республика исеменән сығыш яһап, “Көйләп һөйләү оҫталығы” номинацияһында беренсе урын яуланы.


Осраҡлы түгел


Илдар Әбделмән улының Алтай Республикаһында Халыҡ-ара сәсәндәр ҡоролтайында Башҡортостандан бер үҙе ҡатнашыуы осраҡлы түгел. Ни тиһәң дә республикала таланттар бихисап.

Яңыраҡ Сибайҙа VII асыҡ төбәк-ара мөнәжәт башҡарыусыларҙың конкурсы үтте. Унда 25 яңғыҙ башҡарыусы менән 14 коллектив ҡатнашып, йәмғеһе 100-ҙән ашыу кеше үҙ һөнәрен күрһәтте. Был конкурсты алтынға тиң халыҡ ижады тип яҙҙы “Башҡортостан” гәзите.

“Ошо еңеүем сағылышылыр, күп тә үтмәй, республика халыҡ ижады үҙәгенән Алтай Республикаһының Таулы-Алтай ҡалаһында үтәсәк Халыҡ-ара сәсәндәр ҡоролтайында ҡатнашырға саҡырыу килде”,--ти Илдар Юнысов.


Халыҡ-ара бәйге


Алтай Республикаһында төрки телле ҡәрҙәш халыҡ араһында өзләүселәр, йыраусылар, ауыҙ-тел ижады, көйләп һөйләү буйынса оҫталар ярышты. Конкурс программаһы буйынса Ҡырғыҙстан, Тува, Хакасия, Бүрәт республикаларынан уҙған йылдар лауреаттары, Гран-при яулаусылар үҙ һөнәрен күрһәтте. Әйтергә кәрәк, конкурсанттар бик көслө һәм талантлы ине. Бәйге шарты буйынса, тик “тере” тауыш баһаланды. Конкурс П.Кучияк исемендәге милли драма театрының зур сәхнәһендә үтте. Быйыл ололар менән бер рәттән йәш башҡарыусылар араһында ла бәйге ойошторолдо.


Республика ышанысын аҡланым


Миңә республика исеменән уңышлы сығыш яһау бурысы ҡуйылды. Был ышанысты тулыһынса аҡлай алыуыма шатмын. Ғөмүмән, был бәйге төрки телле халыҡтың мәҙәни аралашыуы, ижади тәжрибә уртаҡлашыуы тип әйтер инем.

Мин Шәйехзада Бабичтын “Халҡым өсөн” шиғырын ҡурай моңона ҡушып көйләп әйттем. Тағы ла сәсән Мәүлит Ямалетдиндың “Бер тигәс тә ни яман?” ҡобайырының 10 куплетынан һуң, 11-сеһендә үҙемдең импровизация менән “Бер тигас тә ни яҡшы?” тип тамамлап ҡуйҙым.

Жюри составында Рәсәй һәм Алтай Республикаһының билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, Рәсәй һәм сит илдән ауыҙ-тел халыҡ ижады белгестәре, фольклорсылар булды. Бәйге үтеп, урындар билдәләнеп, бүләктәр тапшырылғас, иң уңышлы сығыш яһағандар фестивалдә ҡатнашты. Шуныһы ҡыуаныслы: 90 йәшлек абруйлы жюри рәйесе, арҙаҡлы алтай йыраусыһы Тансыҡпай Шинжин башҡорт ҡурайын, башҡорт моңон айырыуса яратты. Был беҙҙең халыҡтың мәҙәниәтенә оло хөрмәт ине.


“Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә”


Халҡыбыҙҙың ошо мәҡәлендә тәрән мәғәнә ята. Минең фекеремсә, сәнғәт кешеһе үҙен төрлө ҙур сәхнәләрҙә һынап, һәр ваҡыт үҫеш юлында булырға тейеш. Был йәһәттән бәхетлемен, сөнки район, республика, Рәсәйҙә генә түгел, Төркиә, Венгрия сәхнәләрендә лә сығыш яһарға насип булды. Был үҙе бер ҙур мәртәбә.

Әле Алтай Республикаһында үҙ мәҙәниәтебеҙҙе, милли кейемдәрҙе, бигерәк тә ҡурайҙы күрһәтә алдым. Унда ҡурайҙы тәү тапҡыр күреүселәр һәм моңон ишетеүселәр булды. Үҙем дә башҡа халыҡтарҙың традициялары, халыҡ инструменттары, ауыҙ-тел ижадын күреп, халыҡтарҙың һәләтен күреп ҡайттым, тәжрибә алдым, аралаштым.


Алтайҙар боронғолоҡто һаҡлай


Алтайҙар халыҡ мираҫын, сәсәнлек ижадын, мәҙәниәтен ҡәҙерләп һаҡлай белә. Улар күрһәткән спектакль аша ғына ла уларҙың йәшәйешен, легенда-эпостарын күрҙек. Йыраусылары, бигерәк тә 10-15-ләп кешенән торған ансамбль үҙҙәренең халыҡ музыка ҡоралдары (ток-шор, ҡумыҙ, һуҡма инструменттар) менән ҡушып бергә өзләүе һәм йырлауы бик ҡеүәтле, күңелгә үтеп инде. Балалар музыка мәктәптәрендә өзләү ижады үҫешкән, йәш быуында үҙ традицияларын, сәсәнлекте күтәрәләр, илһөйәрлеккә өйрәтәләр.

Авторы М.Ғәлиева.


Комментарий


Элита Зиянгирова, республика халыҡ ижады үҙәге бүлегенең баш белгесе:

--Алтай Республикаһында үткән халыҡ-ара бәйгегә саҡырыу ҡағыҙы килгәс, Башҡортостан исеменән сығыш яһауға Илдар Әбделмән улы тәҡдим ителде. Был осраҡлы түгел, сөнки ул билдәле ҡурайсы, мөнәжәтсе, ауыҙ-тел ижады белгесе. Һәр мәҙәни өлкәлә тәрән фекер итә белә.

Халыҡ-ара конкурста бик уңышлы сығыш яһаны. Көйләп һөйләү оҫталығы менән айырылды. Ҡурайҙа маһир уйнауы менән жюри һөйөүен яуланы. Ғөмүмән, беҙ уның еңеү менән ҡайтырына һис тә шикләнмәнек һәм шулай булды ла.
Читайте нас: