Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Август 2019, 17:08

Иләсем—йәнтөйәгем

Көтөп алған байрам һә тигәнсе килеп тә етте. Тәғәйен көндө «тимер атыбыҙ»ҙы бер туған апайымдың ихата ҡапҡаһына терәтә һалып, ауылдаштар, йәшлек дуҫтар, класташтар менән һағынышлы осрашыуға талпынып, тантана урынына, йәғни клуб майҙанына ашығып урамға сығыу менән оло йәштәге апай менән ҡапма-ҡаршы осраштыҡ.

Бай тарихлы Турат ауылы бихисап яҡташтарҙы осраштырҙы


Көтөп алған байрам һә тигәнсе килеп тә етте. Тәғәйен көндө «тимер атыбыҙ»ҙы бер туған апайымдың ихата ҡапҡаһына терәтә һалып, ауылдаштар, йәшлек дуҫтар, класташтар менән һағынышлы осрашыуға талпынып, тантана урынына, йәғни клуб майҙанына ашығып урамға сығыу менән оло йәштәге апай менән ҡапма-ҡаршы осраштыҡ. «Бәй, был урында элек мәсет булманы. Йылдар ағымына кешеләр генә түгел, йорттар, урамдар ҙа үҙәгәрә икән. Бында кем йәшәй?» ,-- тип ул миңә ҡараны. Ауылыбыҙҙың күрке булған «Таһир» мәсете тураһында һөйләп, уны бер нисек тә сырамыта алмай, кем булыуын һораным. «Иләстә уҡытыусы булып эшләнем. Былбыл апайығыҙ булам»,--тигәс, 35 йылдан ашыу күрмәгән олпат уҡытыусым, Былбыл Рамазанованы саҡ танып ҡалдым. Шунда «Ћаумыһығыҙ, ауылдаштар»ҙың ысын әһәмиәтен тағы ла тәрәнерәк аңланым. Ул туғанлыҡ ептәрен нығытыу, сит тарафтарға таралған зат-ырыуҙы бергә туплауҙан тыш, ҡасандыр ошо ауылда төрлө өлкәлә эшләгән кешеләр өсөн дә яҡты хәтирәләр барлау, ҡасандыр ошо урамдарҙан ҡалған эҙҙәр буйлап үтеү ҙә.

Был көндө Иләс ауылына Башҡортостан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тыуған ауылын, Турат тауын һәм йылғаһын һағынған ауылдаштар ҡайтты. Онотолған таныш йөҙҙәр тип әйтәйемме, тиҫтәләгән йылдарҙан һуң күп кешеләрҙе күреп-күрешеү үҙе бер мәл генә. Йылдар бер кемде лә аямай, йәштәр олпатлана, һин ауылдан сыҡҡанда бишектә ятҡан сабыйҙар үҙҙәре бәпәй етәкләгән. Шуға күрә ҡапыл ғына бер-береңде таныу ҙа мөмкин түгел. Ауыл клубы янында барған осрашыу мәлендә : «Љарасәле, бәләкәй генә малай инең бит, ана ниндәй булғанһың», «Уйй, ауылдаш, урамда күрһәм һис танымаҫ инем, атай-әсәйеңә генә оҡшатып сырамыттым», «Ћин бит шуның ҡыҙы» тигәнерәк ауаздар йышыраҡ яңғыраны. Єйткәндәй, ситтә йәшәһселәр үҙҙәре генә ҡайтмаған, ул-ҡыҙҙарын, килен-кейәүҙәрен, бәләкәс ейән-ейәнсәрҙәрен эйәрткән. Бына ошо инде туғанлыҡ тамырҙарын нығытыу.

Є байрам Иләс ауылына төшкән урында яңы ҡалҡып сыҡҡан стела янында ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙан башланды. Турат яҡыуы аҫтында ҡанаттарын йәйгән толпар ат һыны төшөрөлгән стелла ауыл егеттәре инициативаһы менән эшләнгән. «Бындай идея күптән бар ине. Ошо ауылда тыуып үҫһәк тә, барыбыҙ ҙа ситтәбеҙ. Бер осрашҡанда ниәтебеҙҙе нығытып эш башланыҡ. Үҙебеҙ материалдар һатып алдыҡ, кемдер иретеп йәбештереү эштәрен башҡарҙы, һүрәт төшөрҙө. Хәҙер инде ауылдаштарҙы ҡанатлы толпар ҡаршы ала, улар ҙа тыуған яҡтарына ҡанатланып йышыраҡ ҡайтһындар. Ярҙам иткән барлыҡ дуҫ егеттәргә ҙур рәхмәт»,--тине Ришат Ильясов һәм Нияз Рәхмәтовтар.

Ауылдаштар байрамына муниципаль район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов, Яңы Ергән ауыл биләмәһе башлығы Хәйепйән Шәрипов, билдәле яҙыусы, яҡташыбыҙ Фәрҙәнә Аҡбулатова, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Сәлимә Байгилдина, «Хәйбулла хәбәрҙәре» район гәзитенең баш мөхәррире Мәрйәм Иманғолова һәм башҡалар килде. Уларҙың барыһы ла иләстәрҙе байрам менән ҡотланы, үҙҙәренең бүләктәрен тапшырҙы. Раил Хазморат улы хеҙмәт ветераны, ғүмере буйы Яңы Ергән ауылында алдынғы һауынсы булып эшләгән Клара Хәсәноваға республиканың 100 йыллығына ҡарата .билей миҙалы тапшырҙы. Ситтә йәшәгәндәр ҙә халыҡҡа ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, күстәнәстәрен илтте. Мәҫәлән, Зәкиә Љунаҡасова күркәм сараға тура килтереп, «Иләс-Турат ауылына ҡағылышлы мәғлүмәттәр һәм фольклор-ауыҙ-тел ижады» китабын нәшер итеп, ауыл клубына һәм мәктәпкә бүләк итте.

Байрамға оло быуын вәкилдәре менән бер рәттән балалар ҙа йыйылды. Улар ауыл тарихын белергә бурыслы. Ауылдың үткәне һәм бөгөнгөһө менән урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Вилә Рәхмәтова сығыш яһаны.

Иләс ауылы бөгөн һәүәтемсә йәшәй. Бында күп балалы әсәләр байтаҡ ҡына: Аҫылбикә Туҡбаева, Зөләйха Рәхмәтова, Яҡылбикә Фәтхуллина, Фәриҙә Љырымғужина, Рәйлә Љунаҡова, Хәниә Ишбулдина, Єлиә Мөхәмәтйәнова, Земфира Шәрипова, Нәжиә Асҡарова, Фәнүзә Рәхмәтова, Таңһылыу Күсәкова, Єлфиҙә Аҡбалина, Ләйсән Љунаҡасова. Є бына Рәзифә Күсәкова һәм Миңниса Юлдыбаевалар балаларҙы опекунға алған әсәләр.

Ир-егеттәр араһында ла бәхет эҙләп ситкә китмәй, тыуған ауылында атай нигеҙен ҡоротмай йәшәгәндәр бар. Мөнир Солтанов, Мөнир Рәхмәтов, Фазылйән Шәрипов, Даян Љоломбәтов, Ишбулды Љунаҡасов, Мансур Туҡбаев, Камил Рәхмәтов, Ѓәзинур Шәрипов, Ѓаяз Асҡаров, Илгиз Љырымғужин, Мөхәмәтдин Биксәмбәтов, Мансаф Аллабирҙин, Ѓәлим Фазлыев, Рөстәм Юлдашбаев, Илфаҡ Шәрипов, Фәнүр Љырымғужин һәм Фәнил Љырымғужиндар шулар иҫәбендә.

Иләстәр йыр-моңға бай халыҡ. Сәхнәнән көн оҙоно көй-моң ағылды. Сәхнәлә дәртләнеп бейеүселәр бихисап булды. Билдәлде бейеүсе Рим Асҡаров төркөмө бейеүе лә сараға йәм-дәрт бирҙе. Алыҫ тарафтарҙан һағынышып ҡайтҡан ҡунаҡтарҙы, күптән күрешмәгән туғандарҙы һәм дуҫтарҙы йыйған тантана юғары кимәлдә үтте. Є кис иһә клуб янында йәшен-ҡартын күңелле дискотека көтә ине. Ситтә йәшәгән яҡташтарҙы бергә йыйған, байрамға әҙерлек барышында ауылдаштарҙы бергә туплаған, ауылды төҙөкләндерергә булышлыҡ иткән бындай матур сара киләсәктә лә үтһен, тигән теләк белдереп таралышты халыҡ. Байрамды ойоштороусылар һәм сараны уҙғарыусылар адресына бик күп рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.

Үҫтергән балаларын оҙатҡан ауыл тыныс ҡына үҙ тормошон дауам итә. Яңы осрашыуҙарға тиклем… Иләс ауылының киләсәге лә ошо күркәм осрашыу кеүек гөрләп торһон, нурлы булһын.

М.Ѓәлиева.


Тәьҫораттар:

Клара Туҡбаева, Мәләүез ҡалаһы:

--Атайым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Љыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Ѓәрифйән һәм Герой-әсә Йәмилә Туҡбаевтар 10 бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Єле етәүебеҙ иҫәнбеҙ. Тыуған ауылымды бик яҡын күрәм, һағынам. Ауылға өс йыл ҡайтҡаным юҡ ине, бында тормош гөрләй, йәштәр, бала-саға күп. Сәхнәлә сығыш яһаған балалар араһында үҙ туғандарымдың балаларын күреп ҡыуандым. Тормош алға барһын, ауылыбыҙ гел шулай гөрләп, ҡаршы алһын. Байрам матур, ауылдаштар ныҡ тырышҡан.

**

Дамира Мәмбәтова, Мамбат ауылы:

--Ауылым байрамына дәртләнеп-шатланып ҡайттым. Иләс мәктәбен тамамлауға 50 йыл үтте. Класташтарымды осратып ҡыуандым. Үкенескә күрә, күптәре юҡ инде уларҙың. Єле иһә күптән күрешмәгән ауылдаштарҙы осратып, күңел шатлығы алдым.

**

Былбыл Рамазанова, Ырымбур өлкәһе, Бүре ауылы:

--Турат ауылына мәктәпкә уҡытыусы булып ҡайтҡас, барлыҡ ауыл беҙҙе үҙ итте. Кемгәлер ҡоҙағый, икенселәргә килен, кемгәлер һеңле инем. Кесе улыбыҙ ошо ауылда донъяға килде. Ѓөмүмән, хәҙер уйлаһам, иң бәхетле йылдарым ошонда булған икән. Єле лә элекке уҡыусыларым һаулыҡ һораша, ҡосаҡлап ала. Күптәрен танымайым да инде. Олоғая килә кеше үткәндәр менән йәшәй башлай. Шуға күрәлер, Туратта ирем мәрхүм менән үткән эҙҙәр аша үтеп, күңелем берсә моңһоулана, берсә шатлана.

Иләстәрҙе бер ҡасан да онотманым, йыш иҫкә алдым. Күпме ерҙә булғаным, күптәр менән осрашҡаным булды. Єммә бындағы кеүек ихласлыҡты күрмәнем. Хәҙерге кеше кешегә йөрәмәгән, туғандар бер-береһен онотҡан ваҡытта ошондай байрамдар бик мөһим тип уйлайым, элекке ваҡыттағы кеүек ҡатышып йәшәргә кәрәк. Є ауыл матурайған, үҙгәргән, килеп төшкәс, хатта аҙашып киттем.

**

Шәфиғә Аҡбулатова :

--Ошо ауылды, кешеләрен ныҡ оҡшатып, бабайым менән уҡытыусы булып эшкә килдек. Хәйер ул саҡта беҙ бабай менән әбей түгел инек. Тураттар менән бик татыу йәшәнек һәм эшләнек. Ирем Фәтих мәктәп баҡсаһын ултыртты. Бик ҙур баҡса булды, ағастар тәрбиәләү өсөн кластарға бүлеп бирелде. Уны Фәтих баҡсаһы тип йөрөттөләр. Ул заманда уҡытыусыларҙы ауылдан ауылға күсерә торғайнылар. Иләстән киткебеҙ килмәһә лә, Ѓәлиәхмәт мәктәбенә эшкә йүнәлттеләр. Є Туратта йәшәгән йылдар күңелемдән һис юйылмай. Єле кешеләрҙе бик танып етмәһәм дә, хөрмәтләп ҡаршы алдылар. Мәктәптә булып, күңелемдә йәшлек хәтирәләре уянды.



Оҙаҡ йәшәгән парҙар:

Гөлсирә һәм Вәлиулла Рәхмәтовтар бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын билдәләне. Фәйрүзә һәм Вәкил Биксәмбәтовтар, Ѓилминур һәм Ѓәйнулла Ѓәббәсовтар, Рәйлә һәм Наил Шәриповтар, Бибинур һәм Єхмәт Љунаҡасовтар, Фатима һәм Салауат Рәхмәтовтар, Нәзиә һәм Ѓәзизйән Шәриповтар 40 йылдан ашыу татыу ғүмер кисерә.

Иң йәш ғаилә:

Регина һәм Байрас Аллабирҙиндар

Ауылдың иң йәш кешеһе:

Дилә һәм Зәйнулла Мәмбәтовтарҙың улы Нургиз.


Номинациялар:

«Өлгөлө йорт»

Гран-при—Рәзифә Күсәкова

Был номинацияла һәр урам буйынса иң матур йорттар билдәләнде. Ћөҙөмтәлә, Розалия һәм Илгиз Љырымғужиндар, Фәнүр һәм Гөлназ Љырымғужиндар, Ѓилминур һәм Ѓәйнулла Ѓәббәсовтар, Рәхимә һәм Фазылйән Шәриповтар, Ѓәлиә һәм Миңлеғәле Рәхмәтовтар, Миңһылыу һәм Мөнир Солтановтар, Рәшиҙә һәм Йәғәфәр Күсәковтар, Хәлиҙә һәм Венер Юлдашбаевтар.

«Төҙөк ихата»:

Гөлсинә һәм Єлфир Љырымғужиндар, Нәжиә һәм Ѓаяз Асҡаровтар, Алһыу һәм Миңнихан Рәхмәтовтар,Резеда һәм Фәнил Рәхмәтовтар.

«Матур ҡапҡа»:

Рима һәм Ѓәйфулла Ильясовтар.

«Шәп баҡса»:

Зилә һәм Фәнил Љырымғужиндар

Фатима Љансурина.




Читайте нас: