Кем ҡайҙа уҡырға бара?
“Беренсе класҡа әле генә барған ине!”-тип ҡарайҙар ҡулдарына аттестат алған, шат, матур, киләсәк тормошҡа тик яҡты өмөт менән ҡараған уҡыусыларға. Алда уларҙы мөһим аҙым көтә - уҡыу йортон һайлап,уҡырға инеп, оҡшаған һөнәр буйынса белем алыу. Нисек яңылышмаҫҡа? Һайлаған уҡыу йортонда ниндәй йүнәлеш буйынса һөнәр йүнәлештәре барын, документ тапшырыу ваҡытын алдан бел. Сөнки уҡыу йорттарының ҡабул итеү урындарында документтар тапшырыу ваҡытының билдәле ваҡыттары,үҙ талаптары, сикләүҙәре була. Был уҡыу йорто һинең хыял иткән йүнәлешме, ҡыҙыҡһынған, яратҡан, тап килгән һөнәрме? Ғаиләгеҙ менән кәңәшләшегеҙ. Бар эште бергәләп хәл итегеҙ. Кәрәкле документтарҙы алдан барлап, уҡыу йортоноң ҡабул итеү урынына шылтыратып һорап, интернеттан ҡарап әҙерләп ҡуйығыҙ.Уларҙы һалырға уңайлы папкалар, файлдар алығыҙ. Документҡа тигән фотоларҙы бер-икене генә түгел, ә күберәк төшөгөҙ. Күп уҡыу йорттарында портфолио ҡарайҙар, конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнашҡандары өсөн өҫтәлмә баһа ҡуялар. Шулай уҡ уҡыу йорттарында ингәндә льготалы урындар була. Бына ошо льготалы урындарҙың уҡырға инеү мөмкинлектәренә нисек ярҙам иткәнен белеп, документтарҙы һуңғы көнгә тиклем ҡалдырмай ғына тапшырып ҡуйырға кәрәк. Имтихандарына, тестарына ныҡлы әҙерләнеү яҡшы һөҙөмтәләр бирер. Үҙегеҙгә кәрәкле яңылыҡтарҙан ситтә тороп ҡалмаҫ өсөн юғары уҡыу йорттарының сайттарындағы мәғлүмәттәрҙе ҡарап тороғоҙ. Уҡырға инеү һөҙөмтәләре конкурсында үҙегеҙҙең нисәнсе урында тороуығыҙҙы күҙәтегеҙ. Әгәр ҙә конкурстан бар талаптар буйынса тап килеп үтәһегеҙ икән –ваҡытында үҙегеҙҙең тап ошо уҡыу йортона инеү ризалығын белдерегеҙ, барығыҙ. Иң мөһиме- тулҡынланмағыҙ! Әгәр ҙә төрлө сәбәптәр менән берәй уҡыу йортона инә алмаһағыҙ - икенсе мөмкинселектәрҙе ҡарағыҙ. Берәр йылға күптәр онлайн курстар үтеп торалар. Килеп сыҡмаған эштең дә ыңғай яҡтарын күреп, шуны ҡулланығыҙ. Ҡыйынлыҡтар булһа - яҡындарығыҙға, уҡытыусыларға, башҡа төр белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ. Тырышҡан - моратына ирешкән, ти халыҡ мәҡәле. Үҙеңдең көсөңә ышанһаң, күп үрҙәрҙе яуларһың. Тик уңыштар ғына теләйек яңы тормош юлына баҫҡан уҡыусыларыбыҙға!
Зимфира Ҡасҡынова.