2023 йылдың ноябренән 2024 йылдың апреленә тиклем Мәскәүҙә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмәһе ойошторола. Уның сиктәрендә Мәғариф һәм фән аҙналығы үткәреләсәк. Башҡортостандың мәғариф системаһы республика белем биреү ойошмаларының эшмәкәрлеге аша күрһәтеләсәк.
- Башҡортостан Республикаһы мәғариф системаһы илдә иң ҙурҙарҙан һанала. Профессиональ белем биреү ойошмаларының заманса инфраструктураһын булдырыу буйынса беҙ Рәсәйҙең тәүге ун субъекты иҫәбендәбеҙ. 2019 йылдан улар нигеҙендә 200-гә яҡын оҫтахана астыҡ. Мәғариф ойошмалары һанлы белем биреү мөхитен индереү өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған: биш йылда ундай йыһазлы белем ойошмалары һаны 650-нән ашты. 2019 йылдан башлап 22 коррекцион мәктәп матди-техник базаһын яңыртты. Бынан тыш, ауыл мәктәптәрендә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырылды. 2022 йылдан “Профессионалитет” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашабыҙ. Беренсе үҙәк Өфө машиналар эшләү колледжы нигеҙендә асылды, быйыл - тағы ете яңы кластер, ә 2024 йылда тағы өс белем биреү һәм өс белем биреү-производство кластерҙары барлыҡҡа киләсәк, - тип һөйләне Башҡортостан мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин.
Белем биреү программаһы Мәғариф һәм фән аҙналығы сиктәрендә ойоштороласаҡ та инде. Ул Информатика көнөнә арналған һөнәри йүнәлеш алыу сараларын, “Хыялдағы команда: студенттар менән эш”, “Белем биреү ойошмалары өсөн медиамөмкинлектәр”, “Проект эшмәкәрлеге: идеянан һөҙөмтәгә”, “Тест балдарына түгел, оҫталыҡҡа нисек өйрәтергә?”, “Колледжда һәм фәндә нисек уңыш ҡаҙанырға?”, ”Онлайн белем алыу нимәгә өйрәтә?” , “Үҙ-үҙеңде программалау йәки ысынбарлыҡ менән идара итеү ысулдары”, “Әүҙемсенең оҫталығын нисек аҡсаға әйләндерергә?” интерактив лекцияларын үҙ эсенә ала.
Республиканың ҙур колледждары БР алдынғы профессиональ әҙерлек үҙәге етәкселегендә һөнәри тикшеренеүҙәрен күрһәтәсәк: ”Ни өсөн космонавтар нәҡ башҡорт балын ашай?” лаборатор тикшеренеүе, космоста туҡланыу, космонавтҡа кандидаттың төп физиологик параметрҙарын асыҡлау, 6-9 йәшлектәргә ”Королев тоҡомдары: үҙ космик ракетаңды эшлә”, “Кьюриосити” марсоходының тупрағын тикшереү, робот- марсоходты программалаштырыу, телекоммуникация һәм хәүефһеҙлек, космонавтар өсөн йыуыу саралары булдырыу һәм “Космонавтарҙың күнекмәләре”.
Бынан тыш күргәҙмәлә ҡатнашыусылар ошо темаға ярашлы башҡорт теле буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнаша ала.
https://pravitelstvorb.ru/news/22005/