Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
7 Сентябрь 2023, 09:48

7 сентябрҙә ил мәктәптәрендә «Рәсәй – минең офоҡтарым» һөнәри йүнәлеш курсының беренсе дәресе була

/

7 сентябрҙә ил мәктәптәрендә «Рәсәй – минең офоҡтарым» һөнәри йүнәлеш курсының беренсе дәресе була
7 сентябрҙә ил мәктәптәрендә «Рәсәй – минең офоҡтарым» һөнәри йүнәлеш курсының беренсе дәресе була

7 сентябрҙә илдең барлыҡ мәктәптәрендә «Рәсәй – минең офоҡтарым» һөнәри йүнәлеш курсының беренсе дәресе була. Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 6-11-се кластар өсөн бындай дәрестәр кесаҙна һайын үткәрелә башлай. Уҡыусыларға фән һәм технологиялар һөнәрҙәр өлкәһендәге ҡаҙаныштар, заманса хеҙмәт баҙары, перспективалы һөнәрҙәр хаҡында һөйләйҙәр.

Беренсе дәрестә балалар тормошта хеҙмәттең мөһимлеге, илебеҙ иҡтисады тармаҡтары, шулай уҡ төрлө һөнәрҙәр өсөн кәрәкле сифаттар тураһында беләсәк.

«Рәсәй — минең офоҡтарым» курсы 34 дәрескә иҫәпләнгән. Һәр дәрес төрлө йәш төркөмдәре өсөн яраҡлаштырылған.

Дәрес өсөн материалдарҙы «Киләсәккә билет» проектының мәғлүмәт ресурсынан алырға мөмкин.

Бынан алда «Башинформ» яңы уҡыу йылында Башҡортостан уҡыусыларын ниндәй үҙгәрештәр көтөүе хаҡында яҙғайны.

 

Автор:
Читайте нас: