МӘҒАРИФ
21 Июня 2023, 06:47

Башҡортостандың туған тел уҡытыусыларына һәм полилингваль мәктәп педагогтарына аҡсалата премия тапшырыла

/

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандың туған тел уҡытыусыларына һәм полилингваль мәктәп педагогтарына аҡсалата премия тапшырылаБашҡортостандың туған тел уҡытыусыларына һәм полилингваль мәктәп педагогтарына аҡсалата премия тапшырыла
Башҡортостандың туған тел уҡытыусыларына һәм полилингваль мәктәп педагогтарына аҡсалата премия тапшырыла
 

Башҡортостанда йыл һайын аҡсалата премия алырға хоҡуҡлы уҡытыусылар исемлеге киңәйтелде. 2023 йылдан алып туған тел уҡытыусылары һәм полилингваль мәктәп педагогтары ла ошо исемлектә бар. Был мәсьәләләр Башҡортостан хөкүмәте ултырышында тикшерелде.

Әлеге проектты тормошҡа ашырыуға 2,5 миллион һум йүнәлтелә.

Йыл һайын юғары һөҙөмтәләр күрһәткән 50 башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһына 50 мең һум тапшырыла. Былтыр сентябрь айында үткән төбәк-ара туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары форумында республика етәксеһе Радий Хәбиров туған тел уҡытыусыларының Башҡортостан Хөкүмәтенең аҡсалата дәртләндереү конкурсында ҡатнашыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушҡайны.

Автор:Ләйсән Закирова.
 
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
 
 
Автор: