Мәләүез районында үткән “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” республика бәйгеһе финалында республиканың 59 муниципаль берәмегенән ЮХХДИ инспекторҙары һәм педагогтар оҙатыуында 236 үҫмер ҡатнашты.
Беҙҙең райондан унда 2-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре, велосипедта фигуралы йөрөү өлгөһө, юл һәләкәтендә ҡазаланыусыларға беренсе ярҙам күрһәтеү һәм башҡа этаптарҙа һынауҙарҙы уңышлы үтәне.