- Беҙ иң яҡшы уҡытыусыларға һәм производствоға өйрәтеү оҫталарына грант ярҙамы күрһәттек, уларға 690-ар мең һум бүлдек. Талантлы студенттар өсөн стипендиялар һаны һәм күләме арттырыла. Хәҙер ул 5000 һум тәшкил итә,-тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер – министры Андрей Назаров 29 мартта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа.
Бынан тыш, Башҡортостанда 2022 йылдың 1 сентябренән квалификациялы эшселәр, хеҙмәткәрҙәр әҙерләү программалары буйынса уҡыған колледж студенттарына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте стипендияһы ике тапҡырға тиерлек арттырылды. Түләүҙәр 2022 йылдың 1 сентябренән индерелде.