Башҡортостанда 1225 урынлыҡ яңы мәктәп асылды, тип хәбәр иттеләр Республикаға идара итеү үҙәгенән Өфө районы башлығы Вилорий Угаровҡа һылтанма менән. Хакимиәт етәксеһе билдәләүенсә, белем усағы «Миловка паркы» биҫтәһендәге һәм муниципалитет биләмәһендәге мәктәптәрҙә уҡыусылар һанын кәметергә мөмкинлек бирергә тейеш.
«Бында 3 D -кластар, телестудия, көршәк яһау оҫтаханаһы, «Реаниматор» тренажер комплексы һәм балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереү өсөн башҡа заманса ҡорамалдар бар», — тип билдәләне Вилорий Угаров.
2023 йылда Булгаков ауылы халҡы өсөн 825 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө башлана, тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың Хәйбулла һәм Учалы райондарында ике яңы полилингваль мәктәп асыла, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».
.