Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы ошондай тәҡдим индергән. Документ норматив-хоҡуҡи акттар проекттары порталында баҫылған да инде. Яңы программа буйынса, башланғыс хәрби әҙерлекте X – XI кластар уҡыясаҡ. СССР ваҡытындағы кеүек, айырым фән итеп уҡытылмаясаҡ, уҡыусылар тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрендә өйрәнәсәк. Бында улар медицина һәм хәрби әҙерлекте үтәсәк.
Фото: Т. АМАНОВ.