Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
28 Март 2022, 14:16

Аҡъяр тау колледжында “Асыҡ ишектәр” көнө үткәрелде

-

Аҡъяр тау колледжында “Асыҡ ишектәр” көнө үткәрелде
Аҡъяр тау колледжында “Асыҡ ишектәр” көнө үткәрелде

Асыҡ ишектәр көнөндә район мәктәптәренең сығарылыш уҡыусыларына колледжда уҡытылған һөнәрҙәр менән танышыу өсөн егермегә яҡын майҙансыҡ әҙерләнгәйне. Майҙансыҡтарҙа ашнаҡсы, һатыусы, тегенсе, биҙәү-ғәмәли сәнғәт, төҙөүсе, тракторсы, мастер, автомеханик һәм тау профилендәге һөнәрҙәр: таусы, маркшейдер, байыҡтырыу фабрикаһы белгесе, тау электригы, химик анализ лаборанты һөнәрҙәре үҙенсәлеген белергә генә түгел, ә үҙеңде был өлкәлә һынап ҡарарға ла мөмкинлек булды. Һәр бер һөнәр презентацияланды. Был көндө уҡыусылар тау колледжына уҡырға инеү шарттары, уҡыу аудиториялары, лабораториялар, оҫтаханалар менән танышты, уҡытыусылар һәм студенттар әҙерләгән оҫталыҡ кластарында ҡатнашты. Шулай уҡ тир һәм тренажер залында булды, студенттарҙың ял ваҡыттары нисек ойошторолоуын күрҙе һәм уларҙың  үҙешмәкәр концерт программаһын ҡараны.

Сараға тау-байыҡтырыу предприятиелары вәкилдәре лә саҡырылғайны. Улар эшкә урынлашыу перспективалары, тармаҡтың ниндәй белгестәргә мохтаж булыуы тураһында һөйләне.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: