Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
10 Март 2022, 09:23

Балаларҙың ҡәнәғәт ҡалыуы - эштәренә төп баһа

-

Балаларҙың ҡәнәғәт ҡалыуы - эштәренә төп баһа
Балаларҙың ҡәнәғәт ҡалыуы - эштәренә төп баһа

Донъяла ниндәй генә һөнәр юҡ. Уларҙың һәр береһенең үҙ ауырлығы, үҙ үҙенсәлектәре, талаптары бар. Бер урында оҙаҡ, эшен бар күңелен һалып башҡарғандар үҙен башҡа һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайҙыр. Мин дә ашнаҡсы һөнәре менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн Аҡъяр ауылының “Бәпембә” балалар баҡсаһына юл тотом. Ашнаҡсы – иң тәмле, ижади һәм файҙалы һөнәр. Ашнаҡсының нимә менән шөғөлләнеүе һәр кемгә бала саҡтан таныш, ә ул түҙемлекте, бөхтәлекте һәм теүәллекте талап иткән ысын мәғәнәһендә бик тә мөһим, ауыр эш. Бигерәк тә балалар баҡсалары ашнаҡсылары ҙур яуаплылыҡ тота.

Тормошта беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, һәммәбеҙ ҙә ашнаҡсы инде ул. Ярты ғүмеребеҙ аш-һыу бүлмәһендә үтә. Ял көндәрендә айырыуса. Шулай ҙа өйҙә 3-5 кешегә бешереү менән 100-200-ләп балаға ризыҡ әҙерләү бер түгел инде ул. Бында үҙ һөнәреңдең оҫтаһы булыу мотлаҡтыр.

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының аш-һыу бүлмәһенә ингәс тә танауыма тәмле еҫтәр бәрелде. Духовкала балыҡ кәтлите тәмле еҫтәр сығарһа, плитала арпа  ярмаһынан аш бешә ине. Кәбәҫтәнән витаминлы салатта эшләп ҡуйылған. Бер кәстрүл компот ҡайнатылған. Бәләкәстәр йоҡонан уянғас ашыуға күмәс өсөн ҡуйылған ҡамыр ҙа ҡабыр ҡалҡҡайны.

“Бәпембә” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен тиҫтә йылдан ашыу тәжрибәле ашнаҡсылар Ләйсән Ибраһимова һәм Гөлсөм Ҡужина тәмле ризыҡтары менән һыйлай. Ә инде Лилиә Шәмсетдинова һауыт-һаба, аш-һыу бүлмәһенең таҙалығы өсөн яуаплы.

  • Эшкә сәғәт етенән килеп, балаларға иртән ашыуға бутҡа бешерҙем. Бөгөнгө меню буйынса төшкә арпа ярмаһынан аш, картуф иҙмәһе менән балыҡ кәтлите, компот, балалар йоҡонан торғас, омлет, кефир һәм күмәс ҡаралған. Балалар баҡсаһында 200-ләп бала иҫәпләнә, шуның 100-130 тирәһе даими йөрөй. Киҙеү һәм киҫкен респиратор ауырыуҙары мәлендә, йәйге осорҙа кәмейҙәр. Көн һайын төрлөләндереп ҡамыр ризыҡтары бешерәбеҙ. Һәр бер балға берәрҙән  картуф һәм кәбеҫтәнән бөйөрөк, эремсек бәрәмәсе, асығауыҙ, күмәс һәм башҡаларҙы әҙерләйбеҙ. 100-ҙән ашауы балаға бешереп өйрәнгәс, балалар һаны 50-нән кәмеһә киреһенсә ҡыйын. Балалар һанына ҡарап, картуфты  30-35 килограмм әрсейбеҙ,  бынан тыш, шул тиклем кишер һәм һуған турайбыҙ.  Ярма бер балаға 31 грамм иҫәпләнгән, 100 балға 3,1 килограмм. Беҙҙең эш етеҙлек талап итә. Яйлап эшләһәң, балаларға үҙ ваҡытында аш-һыу әҙерләп өлгөрмәүең мөмкин. Беҙ бындай темпҡа өйрәнеп бөткәнбеҙ, ғәҙәттә иртәнге 11-се яртыға эшебеҙҙе тамамлайбыҙ. Аш-һыу тәмле булһын өсөн иң мөһиме – ризыҡты күтәреңке кәйеф менән, бар күңелеңде һалып бешерергә кәрәк,   - ти Ләйсән Ибраһимова.

-Ашнаҡсы булыу еңел түгел, әммә ул бөгөнгө көндә йәмғиәтебеҙҙә иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Ләйсән менән алмашлап бер көн сәғәт 7-нән, икенсе көн 9-ҙан киләбеҙ, сөнки балалар килгәнсе бутҡа бешереп, сәй әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Шулай бергәләп татыу эшләйбеҙ. Тиҫтә йылдан ашыу эшләп, тәжрибә туплап, ашнаҡсы һөнәренең үҙенсәлектәрен белеп бөткәнбеҙ. Шуға күрә 100-ләп балаға аш-һыу әҙерләү ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Һәр ризыҡ тәмле бешһен өсөн тырышабыҙ. Ә уның сере ябай ғына – һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә әҙерләргә кәрәк, сөнки ашнаҡсының энергетикаһы аҙыҡтың тәменә йоғонто яһай,   - тип һүҙгә ҡушылды Гөлсөм Ҡужина.

 

Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 9-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: