Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
8 Ғинуар 2022, 14:17

Лайыҡлы баһа

-

Лайыҡлы баһа
Лайыҡлы баһа

Һәр йыл аҙағында үткән йылға йомғаҡ яһайбыҙ һәм киләсәккә бурыстар билдәләйбеҙ. һәр тармаҡта намыҫлы хеҙмәт иткән хеҙмәткәрҙәр лайыҡлы баһаһын ала.

Район мәғариф системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә тос өлөш индергән бер төркөм педагогтар лайыҡлы наградаларын алды. “Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” билдәһе менән  2-се Аҡъяр мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәшиҙә Байғужина, 2-се Аҡъяр мәктәбе директоры Нияз Рыҫҡолов, “Бәпембә” балалар баҡсаһы мөдире Илмира Ишмырҙина, Сиҙәм мәктәбенең физика уҡытыусыһы Валентина Яковлева бүләкләнде.

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының почет грамотаһы – Бүребай мәктәбенең уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Ольга Васильченко, Татыр-Үҙәк мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлназ Назарова, Өфө мәктәбенең физика уҡытыусыһы Рәмзиә Түләбаева, Зәбирә Бикбаева;

“Башҡортостан Республикаһы Мәғариф отличнигы” билдәһе – Бүребай мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Гүзәл Һөйөндөкова.

Балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә индергән тос өлөшө өсөн бирелгән  наградаларға был педагогтар һис шикһеҙ лайыҡ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: