Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
2 Декабрь 2021, 22:20

“Интернет селтәрендә балалар хәүефһеҙлеге”

Ошо исем аҫтында онлайн форматта муниципаль ата-әсәләр йыйылышы үтте

“Интернет селтәрендә балалар хәүефһеҙлеге”
“Интернет селтәрендә балалар хәүефһеҙлеге”

Форумда дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары, директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫарҙары, класс етәкселәре, педагог-психологтар, социаль педагогтар, ата-әсәләр ҡатнашты.

Онлайн йыйылыш барышында  саҡырылған спикерҙар ҡайһы бер мәсьәләләрҙе ҡаранылар, барлыҡ һорауҙарға яуап бирҙеләр. Дөйөм алғанда, балиғ булмағандар ҡатнашлығында хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса енәйәт  һәм  административ яуаплылыҡ ҡаралыуы,  хәүефһеҙ интернет, ата-әсәләр контроле кеүек темалар күтәрелде.

Социаль селтәрҙәрҙә мәктәп уҡыусыларының хәүефһеҙлек мәсьәләһе лә ситтә ҡалманы. Ата-әсәләр йыйылышында йөкмәткеле һөйләшеү барышында дөйөм   йомғаҡ яһалды, ҡарарҙар ҡабул ителде.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: