Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
11 Ноябрь 2021, 19:57

«Теле барҙың – иле бар» конкурсы саҡыра

Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәби музейы Башҡорт теле көнөнә арналған «Теле барҙың – иле бар» нәфис һүҙ фестиваль-конкурсын ойоштороу тураһында иғлан итте.

«Теле барҙың – иле бар» конкурсы саҡыра
«Теле барҙың – иле бар» конкурсы саҡыра

Был конкурста Рәсәйҙең төрлө типтағы белем биреү ойошмаларының 1-11-се кластар (мәктәп, лицей, гимназия һәм башҡалар) уҡыусылары ҡатнашырға мөмкин. Улар ижади эштәр – Башҡортостан шағирҙарының башҡорт теле тураһында шиғырҙарын яттан һөйләгән видеояҙмалар ебәрергә тейеш.

Конкурс 2021 йылдың 1 ноябренән 30-на тиклем онлайн уҙғарыла. 14 декабрҙә – Башҡорт теле көнөндә йомғаҡ яһала.

Фестивалдең маҡсаты – башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, Башҡортостанда һәм унан ситтә телде популярлаштырыу.

Конкурста ҡатнашыу шарттары менән һылтанма буйынса положениела танышырға мөмкин.

https://belizv-bash.ru/news/m-garif/2021-11-11/tele-bar-y-ile-bar-konkursy-sa-yra-2579011

Автор:
Читайте нас: