Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
21 Апрель 2021, 22:45

“Шатлыҡ”– абсолют еңеүсе!!!

Башҡортостан Республикаһы етәкселеге ҡарары нигеҙендә Рәсәй Федерацияһының төбәктәре ҡатнашлығында ойошторолған “Башҡорт телен уҡытыу буйынса иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы” I төбәк-ара конкурсының республика этабында, күп йыллыҡ эш һөҙөмтәләребеҙ менән, беҙҙең 3-сө һанлы Аҡъяр ауылының “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы абсолют еңеүсе исеменә лайыҡ булды //

2021 йылдың 1 февраленән 31 мартына тиклем “Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында” дистанцион форматта “Башҡорт телен уҡытыу буйынса иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы” I төбәк-ара конкурсы ойошторолдо.

Конкурстың төп маҡсаты булып, башҡорт халҡының рухи-әхлаҡи ҡиммәттәренә, тарихына һәм мәҙәниәтенә өйрәтеүҙә мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының иң яҡшы педагогик алымдары һәм эш тәжрибәләрен йомғаҡлау һәм таратыу торҙо.

Башҡортостан Республикаһы етәкселеге ҡарары нигеҙендә Рәсәй Федерацияһының төбәктәре ҡатнашлығында ойошторолған “Башҡорт телен уҡытыу буйынса иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы” I төбәк-ара конкурсының республика этабында, күп йыллыҡ эш һөҙөмтәләребеҙ менән, беҙҙең 3-сө һанлы Аҡъяр ауылының “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы абсолют еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә ошо мәртәбәле конкурс һөҙөмтәләре буйынса тәбрикләү сараһында беҙҙең балалар баҡсаһы мөдире З.Н.Бикбаева ҡатнашты.

Артабан да халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен туған телебеҙ – башҡорт телендә илебеҙҙең киләсәге булған кескәй тәрбиәләнеүселәребеҙ күңеленә тейешле кимәлдә белем һәм тәрбиә аша еткерербеҙ, тигән ҙур өмөттәргә юлдар ярҙы был еңеүебеҙ!

Башҡорт теле уҡытыусыһы: Ә.Ф.Баймырҙина
Читайте нас: