Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
14 Апрель 2021, 13:26

“Шатлыҡ” балалар баҡсаһы - абсолют еңеүсе!

Төбәк-ара конкурста ул башҡорт телен өйрәнеү буйынса иң яҡшы мәктәпкәсә учреждение исемен яуланы

2020 йылдың 25 сентябрендә үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында балаларҙы туған телендә уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн шарттар булдырыу тураһындағы йөкләмәләрен үтәү, «Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы 2021 йылдың 1 февраленән алып 31 мартына тиклем “Башҡорт теленә өйрәтеүсе иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы” I регион-ара конкурсы уҙғарҙы.
Дистанцион форматта уҙған конкурста Башҡортостан Республикаһынан, Силәбе һәм Һамар өлкәләренән башҡорт телендә белем һәм тәрбиә биреүсе барлығы 55 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы көс һынашты. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Аҡъяр ауылының 3-сө һанлы “Шатлыҡ” мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы ауыл балалар баҡсалары араһында абсолют еңеүсе тип танылды.
“Шатлыҡ” балалар баҡсаһы коллективын оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, яңы үрҙәр теләйбеҙ!
Читайте нас: