Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
11 Апрель 2021, 10:29

Уҡытыусылар ҙа дауалана аласаҡ

Ағымдағы йылдың 1 сентябренән Башҡортостан уҡытыусылары мәктәптәге стоматология кабинеттарында дауалана аласаҡ

Ағымдағы йылдың 1 сентябренән Башҡортостан уҡытыусылары мәктәптәге стоматология кабинеттарында дауалана аласаҡ.
Республика Башлығы Радий Хәбиров “Юғары ос!” мәғариф форумында өс-дүрт ай эсендә норматив базаны әҙерләргә һәм мотлаҡ лицензияларҙы рәсмиләштерергә ҡушты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы республикалағы 500-ҙән кәм бала уҡымаған 57 мәктәптә стоматология кабинеты асыласағы хаҡында әйтте. “Юғары ос!” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модулен тормошҡа ашырыу барышында республикала 66 лицензиялы мәктәп стоматология кабинеты асылған да инде.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл башынан 41 мең уҡыусыны ҡарағандар. Уларҙың һәр икеһенә стоматолог ярҙамы кәрәк. 11 меңдән ашыу уҡыусы мотлаҡ дауалауҙы алған.
“Системалы нигеҙҙә балаларҙы дауалау менән шөғөлләнәбеҙ. Ҡайһы бер райондарҙа бындай белгестәр булмаған. Иң мөһиме – стоматология кабинеттары һөҙөмтәле эшләһен, уларҙа мотлаҡ табип булһын”, – тине Радий Хәбиров.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: