Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
10 Апрель 2021, 11:06

Мәғариф форумына йомғаҡ яһалды

"Беҙ аҙ комплектлы мәктәптәрҙе уйламайынса ябыуҙы туҡтаттыҡ. Һәр осраҡты мин шәхсән рәүештә үҙем ҡарайым".

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Юғары ос!” III мәктәп мәғарифы форумы үткәне тураһында хәбәр иткәйнек.
Сараның икенсе өлөшөндә йыйында ҡатнашыусылар майҙансыҡтарға бүленеп, мәғариф тармағына ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты, тәҡдимдәрен еткерҙе. Артабан дискуссия майҙансыҡтарында эшләүселәр һөйләшеүгә йомғаҡ яһап, әлеге тәҡдимдәре менән йомғаҡлау өлөшөнә йыйылды.
Пленар өлөштөң модераторы – республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проектының төп асылына – белем биреү сифатын күтәреү мәсьәләһенә туҡталды.
Форумда ҡатнашыусыларға Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова тәбрикләү һүҙен еткерҙе.
"Бөгөн уҡытыусыларҙы борсоған һорауҙар бик күп: эш хаҡы күләменән алып һөнәри оҫталыҡты арттырыуға тиклем. Уҡыу процесын һанлаштырыуға ихтыяж арта барған заманда һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала, - тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова. – Тағы ла бер мөһим мәсьәлә – балаларға өҫтәмә белем биреү. Уҡыусының һәләтен асыу өсөн уға түңәрәктәр һәм секциялар сифатында файҙалы альтернатива тәҡдим итергә тейешбеҙ".
– Һеҙ бик мөһим теманы күтәрҙегеҙ, - тине Радий Хәбиров, был фекергә яуап итеп. – Балаларҙың нимә менән ҡыҙыҡһыныуын аңлау мөһим, был түңәрәктәр ата-әсә иңенә ауыр йөк булып ятмаһын өсөн дәүләт ресурстарҙы ҡайҙа йүнәлтергә кәрәклекте белергә тейеш.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Белем сифатын баһалауҙың төбәк системаһын үҫтереү буйынса тәҡдимде еткерҙе, ул уҡытыусыларға ла, ата-әсәгә лә ҙур ярҙамсы буласаҡ, тип билдәләне.
"Һанлы майҙансыҡ баланың өлгәше, именлеге һәм туҡланыу сифаты тураһында әңгәмәләшеү, фекер алышыу урыны буласаҡ. Ул шулай уҡ уҡыусыла һөнәри оҫталыҡ булдырыу йәһәтенән тәҡдимдәр алыуға ла мөмкинлек тыуҙыра", - тине ведомство етәксеһе.
Мәғариф һәм фән министры “Селтәр мәктәбе” проекты тураһында ла һөйләне. Ул мәғариф усаҡтары базаһында 30 алдынғы белем биреү майҙансығы булдырыуҙы, уларҙы көслө педагогик кадрҙар менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Башҡа мәктәптәр ошо майҙансыҡтарҙың иғтибар үҙәгендә буласаҡ.
– Һанлы мөхит ҡулланыусылар өсөн мауыҡтырғыс булырға тейеш. Был йәһәттән селтәр мәктәптәре булдырыу бик урынлы буласаҡ. Әйткәндәй, беҙ аҙ комплектлы мәктәптәрҙе уйламайынса ябыуҙы туҡтаттыҡ. Һәр осраҡты шәхсән рәүештә үҙем ҡарайым, һәм беҙ төпкөл ауылдар балалары өсөн дә белем биреүҙе уңайлы итеү өсөн варианттар табабыҙ, - тине Радий Хәбиров.
Форумда уҡыусыларҙың физик һәм рухи сәләмәтлегенә лә ҙур иғтибар бүленде. Әлеге ваҡытта беҙҙә 60 мәктәп стоматология бүлмәһе эшләй, 2024 йылға уларҙың һаны 57-гә артасаҡ тип күҙаллана.
– 1 сентябрҙән мәктәп стоматология кабинеттарында уҡытыусыларҙы ла дауалай башларға тәҡдим итәбеҙ, - тип белдерҙе төбәк Башлығы.
Салауат ҡалаһындағы 21-се мәктәп директоры Ольга Урванцева Республика математика лицей-интернаты асыу идеяһын күтәрҙе. Был башланғыс республика Башлығы тарафынан да хуплау тапты.
Күгәрсен районының Мораҡ ауылындағы 1-се мәктәп уҡытыусыһы Венера Ташбулатова педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү һәм сит өлкәләргә тәжрибә уртаҡлашырға йөрөү зарурлығын билдәләне.
Форумдың пленар дискуссияһын тамамлап, Рәсәй Мәғариф министрлығы эксперты Александр Милкус Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала инженер-техник йүнәлеш һайларға теләгән уҡыусылар өсөн махсус IT-кластар асыу башланғысын тәҡдим итте. "Был осраҡта, йәштәр мәктәптән һуң тыуған республикаһын ташлап китмәһен өсөн, уларҙы 9-сы кластан уҡ Башҡортостан предприятиеларында хеҙмәткә йәлеп итеү юлдарын ҡарарға кәрәк", - тип билдәләне ул.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде “яҡшы идея” тип баһаланы.
Фото: glavarb.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: