Ул – ҡурайсы. Башҡорт ир-уҙаманының бөтә матур сифаттарын үҙендә йөрөткән кеше нисек ҡурайсы булмаһын?! Шатлығында ла ҡурай уйнай, сараһыҙлыҡтан көйгән мәлендә лә ҡурайын ҡулына алып, сарсаған күңелдәрҙе имләр көйҙәр ағылдыра, ағылған көйҙәре генә төрлө...
Көн һайын, дәрес һайын ҡурай уйнап башланған дәрестәрҙе күргәнегеҙ бармы? Уҡытыусылары ла, уның эргәһенә теҙелеп баҫып уҡыусы малайҙар ҙа уйнай... Юҡ-юҡ, асыҡ дәрес тә, оҫталыҡ дәресе лә түгел, ә ғәҙәти башҡорт теле дәресе! Был Хәйбулла районы Әбеш урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы, ҡурайсы, йыраусы, фольклорсы Камил Ниғмәтйән улы Илембәтовтың дәрестәрендә. Мәктәптә, ауылда, районда үткән һәр тәрбиәүи, мәҙәни сараның йөҙөк ҡашы булып Камил ағай етәкләгән Әбеш урта мәктәбе уҡыусыларының ҡурайсылар ансамбле һәм фольклор төркөмө сығыш яһар ине. Шул балаларҙы ҡурайлы итер өсөн ул, урман-тауҙар гиҙеп, ҡосаҡ-ҡосаҡ үлән ҡурайы ташыны. Үҙ аҡсаһына ҡумыҙҙар, ағас ҡурайҙар һатып алыр ине. Халыҡ йырҙарын үҙе лә оҫта башҡарыусы булараҡ, ана шул һөнәргә уҡыусыларын өйрәтеүгә бөтә тырышлығын һалды. Халыҡ йырҙарына, халыҡ ижадына һөйөү уятыусы остаздың күп уҡыусылары – әлеге мәлдә билдәле йырсылар булып китеүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Камил ағайға рәхмәтле. Уның һәр дәресе, һәр башҡарған эшен нигеҙенә халыҡ педагогикаһы һалынған тәрбиәүи сара тип атарға мөмкин ине. Кешене кеше булараҡ баһалауға, бигерәк тә хеҙмәт кешеһен хөрмәтләүгә бағышлана ине уның балалар өсөн генә түгел, ә йәш уҡытыусылар, ғөмүмән, халыҡ моңона һыуһағандар өсөн үткәргән һәр осрашыуы. Замана кешеләренең һуҡырая барған күңел күҙен асыуға йүнәлтелгән ине уның бар тырышлығы. Бөтә донъяға билдәле яҡташы, халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле башҡарыусы булараҡ танылған йыраусы-сәсән Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев менән үткәрелгән осрашыуҙа алған рухи аҙыҡ, уның тетрәндергес тарихлы тормош юлы, яугир-сәсәндең үҙ ауыҙынан ишеткән мөнәжәттәр әле бөгөн дә күптәрҙең ҡолағында яңғырап, күңелдәрен илһамландырып тора. Бына ҡайҙа ул шәхес өлгөһөндә шәхес тәрбиәләүсе ысын дәрестәр!
Үҙебеҙҙең Әбеш урмандарында үҫкән ҡурайҙың тылсым көсө Камил Ниғмәтйән улының илһамланып һөйләгәндәре буйынса уҡыусылары күңелендә уйылып ҡалды: «Ишмулла Дилмөхәмәтов Башҡортостандың иң көнъяҡ сиге булған Әбеш ауылы эргәһендәге тауҙарҙың «Айыу ҡоҙоғо» тигән урынынан йыл да килеп ҡурай алған. Ошо тылсымлы бер урында үҫкән ҡыу ҡурайҙан ағылған моңло көйҙәрҙе бер ҡурайҙа ла уйнап булмай, тигән. Нәҡ Айыу ҡоҙоғоноң ҡурайҙары менән Парижда, Токиола уйнаған». Йәш быуында ҡурайға, ҡурайҙан ағылған моңға, ҡурай үҫкән тыуған ергә һөйөү уятыу өсөн тағы ниндәй дәлил кәрәк?!
Хаҡлы ялға сығыу менән, Рәсәй мәғариф алдынғыһы, әйткән һәр һүҙе оло тормош дәресе булған уҡытыусының Урал төпкөлөндә, Барапал тауы итәгендә хасил булған күп ҡырлы аҫылташ кеүек, күңел хазинаһы менән уртаҡлашыр өсөн Камил уҙамандың йәшәйешенең төп маҡсаты – халыҡты иманға ҡайтарыу булды. Хәйбулла районының урманлы өлөшөндәге иң ҙур ауыл булған тыуған ауылы Әбештә мәсет булдырыу өсөн иң тырышып йөрөгән ир-егеттәрҙең береһе ине. Әбеш ауылының мең сауаплы ҡыҙ балаһы – Камил ағайҙың бер туған апаһы Рәхимә һәм Фәиз Маннановтарҙың ҡыҙы, Сорғот ҡалаһында йәшәүсе һәм эшләүсе Рита Маннанова ауылға килеп ингән ерҙә – иң күркәм һәм күрмәлекле урында, ата-әсә нигеҙендә, ҡартатай нигеҙенә күрше генә ергә мәсет һалдырҙы. Камил Ниғмәтйән улы өйөнөң ҡаршыһында ғына урынлашҡан иман йортона «Әхмәтшариф мәсете» тигән исем бирелде. (Әхмәтшәриф – Камил ағайҙарҙың ҡартатаһы.) Юғары дини белем алып, ауыл мәсете эшен йәнләндереп, ауыл халҡын иманға ҡайтарыуҙа күп тырышлыҡ һалды Камил хажи. Уның ата-әсәһе, ябай ғына колхоз эшселәре булған Ниғмәтйән олатай һәм Фатима инәй үҫтергән һигеҙ баланың күбеһе хажи һәм хажиәләр.
Булмышы менән уҡытыусы, изгелек һәм иман орлоғо сәсеүсе остаз булараҡ, күптәрҙе хаҡ юлға әйҙәй Камил хажи. Вахта менән Сорғот мәсетендә эшләп йөрөгән Камил ағайҙың ауылға ҡайтыуын халыҡ дүрт күҙ менән көтөп тора. Йәш ғаиләләргә никах уҡытыу, ҡорбан салдырыу, әрүахтар рухына аят бағышлау кеүек изге эштәрҙе тап уның ауылда сағына тура килтереп атҡарырға тырышалар. Уның йөрәк төбөнән сыҡҡан күкрәк тауышы менән аят сүрәләре уҡыуын, нурландырыусы вәғәздәр һөйләүен тыңлағылары килә.
Камил Ниғмәтйән улының өс юғары белем дипломы бар. Ул ауыл хужалығы институтын тамамлаһа ла, күңел ҡушыуы уны ужымлы киләсәк үҫтереү урыны – мәктәпкә алып килгәс, БДУ-ның филология факультетын ситтән тороп тамамлай. Ауылға мәсет төҙөлә башлағас та имам кәрәклеген аңлап, үҙе лә дини уҡыу йортонда уҡып ала, балаларына, туғандарына, ауылдаштарына ла уҡырға кәңәш итте, наказ бирә. Камил ағайҙың ҙур һәм иманлы ғаиләһендә дүрт бала тәрбиәләнә.
Тормош иптәше, Әбйәлил ҡыҙы Флүрә апай менән икеһе бер көндә, бер айҙа, бер йылда – 9 май көнө был яҡты донъяға килеп, ҡотло, бәрәкәтле, һәр яҡтан өлгө булырлыҡ донъя ҡороп, ҡартатай-өләсәй булып, заманға яраҡлашып, йүнен табып йәшәгән матур пар 60 йәшлек ғүмер байрамдарын билдәләп үтте.
Камил уҙаман ҡурайсы ғына түгел, халыҡ араһындағы ынйыларҙы сүпләүсе фольклорсы, йыраусы, сәсән. Халыҡ бик күп һирәк йырланған йырҙарҙы, мөнәжәттәрҙе, бәйеттәрҙе нәҡ уның башҡарыуында тәүге тапҡыр ишетте. Бихисап ауыҙ-тел ижады бәйгеләре еңеүсеһе булһа ла, был турала бер ҙә уртаҡлашырға яратмай ул, «Дан өсөн йырламайым, битараф күңелдәрҙе уятыр өсөн моңланам», - ти Камил Илембәтов.
Илһөйәрлек, рух көсө, күңел байлығы ташып торған Камил ағайыбыҙ бына шулай ғүмере буйы камиллашыуҙан арымай. Киләсәктә лә беҙҙе хаҡ юлға, Мостай Кәрим әйтмешләй, донъяның ҡояшлы яғына әйҙәп йәшәргә яҙһын.
Миләүшә Ҡыҙрасова
-9 °С
Болотло