МӘҒАРИФ
31 Март 2021, 05:38

Юлдарҙа балалар хәүефһеҙлеге мөһим

Район белем биреү ойошмаларында “Иғтибар—балалар!” иҫкәртеү акцияһы үтә //

Уҡыусылар “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен 5-гә белергә тейеш”, “Яҙҙы ҡағиҙәләр буйынса ҡаршыла”, “Күмәкләп барыһын да булдырабыҙ” кеүек иҫкәртеү сараларына әүҙем ҡушылды.
Әбүбәкер мәктәбендә “Яҙҙы ҡағиҙәләр буйынса ҡаршыла” темаһына һүрәттәр төшөрөү конкурсы ойошторолған.
Подольск мәктәбендә 3-4-се кластар уҡыусылары “Ҡағиҙәләр һинең дуҫтарың” темаһы буйынса “сәйәхәт” иткән. Унда балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡабатлаған, йомаҡтар сискән, үҙ командаһына эмблема уйлап тапҡандар.
Источник:
Читайте нас