МӘҒАРИФ
30 Март 2021, 12:03

“Аҡыллы каникулдар”

Хәйбулла районының мәғариф идаралығы Бөтә Рәсәй олимпиадаларының муниципаль һәм республика этаптарында ҡатнашҡан һәләтле балалар өсөн Аҡъяр ауылының 1-се урта мәктәбендә «Алга» уҡыу-күнекмә сборы ойошторҙо. //

Уҡытыусылар командаһы балаларҙы фән донъяһы менән яҡындан таныштырыу, ғалимдар менән аралашыу мөмкинлеге булдырыу өсөн “Аҡыллы каникулдар” программаһын әҙерләне.
Бында уҡыусылар интенсив-семинарҙарҙа ҡатнашып үҙ һәләттәрен дә күрһәтә ала. 29 мартта уҡыусылар Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы дәүләт тарихы һәм идара итеү институтының «Хәрби-тарихи тикшеренеү» фәнни-мәғариф үҙәге директоры, тарих фәндәре кандидаты, доцент Рәмил Нәсибулла улы Рәхимов менән онлайн форматта осрашты.

Программа буйынса 2-се апрелгә тиклем юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары менән осрашыуҙар, интеллектуаль квестар, онлайн осрашыуҙар уҙғарыласаҡ.

Альфира Узянбаева

Читайте нас