Уҡыусылар менән әңгәмә еребеҙ, уның күп яҡлы матур тәбиғәте, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Ҡәҙим Аралбаевтың тыуған яғыбыҙ тураһындағы шиғыры өҙөктәре буйынса Хәйбулла районының тәбиғәт үҙенсәлектәре тураһында һөйләшеүҙән башланды.
Уҡыусылар “Тап”, “Тәбиғәт йомаҡтары”, “Тауышы буйынса аныҡла” станциялары буйынса үтеп, ребустар систеләр, тыуған урындар буйынса сәйәхәт иттеләр, районда ниндәй хайуандар һәм ҡоштар йәшәүен хәтергә алдылар.
Үҙенсәлекле сара бик ҡыҙыҡлы,мәғлүмәткә бай булды. Балалар тағы ла музейға килеп, тыуған яҡ тәбиғәтен өйрәнеү буйынса уйынды дауам итергә тигән теләк белдерҙе.