МӘҒАРИФ
27 Март 2021, 20:05

Ата-әсәләр парта артына ултырҙы

“Ата-әсәләрҙең БДИ тапшырыу көнө” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә, 2-се Аҡъяр мәктәбендә 50-нән ашыу ата-әсә имтихан процедураларын тулыһынса үтәне //

Ололар ысын БДИ имтиханында кеүек тәүҙә теркәлделәр, паспорт режимы, металл детекторы аша үттеләр, телефон һәм шәхси әйберҙәрен ҡалдырҙылар.
Имтихан үткәреү пунктында ата-әсәләр аудиторияларҙа сығарылыш кластар уҡыусыларын нисек ултыртасаҡтарын күрҙеләр, БДИ ваҡытында ниндәй контроль буласағын, эпидемиологик хәүефһеҙлек саралары нисек ойоштороласағын белделәр.
Ата-әсәләргә рус теленән имтихан эштәрен яҙыу мөмкинлеге лә бирелде. Хәҙер инде ата-әсәләр БДИ тапшырыуҙа бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар юҡлығына, бөтә биремдәрҙе лә эшләп булыуына инанды. Балалары өсөн борсолмаҫҡа, уларҙы имтиханға дөрөҫ көйләргә генә кәрәклеген яҡшы аңланы.
Читайте нас