МӘҒАРИФ
26 Март 2021, 18:39

Күңелле яҙғы каникулдар.

Иҫәнгилде ауыл клубында балалар ике командаға бүленеп "Башҡорт теленең байлығы " исемле интеллектуаль уйында ҡатнаштылар. Телгә һөйөү тәрбиәләү, уның байлығын , матурлығын күрһәтеү , ҡыҙыҡһыныусанлыҡ уятыу маҡсатында үткәрелде был сара

Бөгөн балалар ике командаға бүленеп "Башҡорт теленең байлығы " исемле интеллектуаль уйында ҡатнаштылар.
Телгә һөйөү тәрбиәләү, уның байлығын , матурлығын күрһәтеү , ҡыҙыҡһыныусанлыҡ уятыу маҡсатында үткәрелде был сара. Ярыш барышында командалар хикмәтле һорауҙарға яуап эҙләнеләр, бирелгән шиғырҙа хаталы һүҙҙе төҙәйттеләр. "Йомаҡ - зиһен асҡысы " уйынында ярышып йомаҡ систеләр.Бер команда ла артта ҡалғыһы килмәне.Уйын бик ҡыҙыу барҙы .Мейегә ял биреү маҡсатында,"Музыкаль минут " үткәреп алырға онотманыҡ.
Күңелле көйгә дәррәү бейешеп алдыҡ. "Аҙашҡан хәрефтәр " һәм "Кире һүҙҙәр " уйыны ла бик әүҙем үтте.Ике команда ла тигеҙ күрһәткестәргә эйә булып ,белемдәрен күрһәттеләр.Уҡыусыларға бөгөнге уйын бик оҡшаны,улар аралашып, белемдәрен арттырып таралыштылар.
Читайте нас