Сараға килгән ҡунаҡтар – 1-се Аҡъяр мәктәбенең 4-се “а” классы уҡыусылары иң бәләкәс милләттәштәребеҙгә арналған китап менән тәүгеләрҙән булып танышты. Вәғиҙә Рауил ҡыҙы баҫма тураһында мәғлүмәт бирҙе, шулай уҡ компьютер ярҙамында һүрәттәр төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресен күрһәтте. Ғөмүмән, сара бик йәнле үтте: балалар күҙәтеүсе генә булып ултырманы, ә үҙҙәре лә әүҙем ҡатнашты – өр-яңы китаптан шиғырҙар уҡыны, йырҙар йырланы. Йәш ҡунаҡтар экранда күрһәтелгән башҡортса музыкаль биҙәлгән йәнһүрәтте лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.