«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсында 190 уҡытыусы иң-иңдәр исемен яулау өсөн көс һынашты. Улар иҫәбендә Хәйбулла районынан 4 педагог ҡатнашты:
- Рәхмәтова Рәйфә Хәмиҙулла ҡыҙы, Яңы Ергән мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» номинацияһында;
- Атанов Юлдаш Рим улы, 2-се Аҡъяр мәктәбенең тарих уҡытыусыһы - «Йәш йыл уҡытыусыһы» номинацияһында;
- Вәлиева Таңһылыу Ғәйзулла ҡыҙы, 2-се Аҡъяр мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, - «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» номинацияһында;
- Шәймөхәмбәтова Әлиә Нуржан ҡыҙы, Бүребай мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» номинацияһында.
Ике аҙнаға тиерлек һуҙылған конкурс һынауҙары һөҙөмтәләре буйынса 31-се «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсының һәм 26-сы «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсының еңеүселәре билдәләнде.
Рәйфә Рәхмәтова Башҡорт дәүләт университетының дипломы һәм махсус призы менән бүләкләнә. Таңһылыу Вәлиева «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсының лауреаты була һәм шулай уҡ тамашасылар һөйөүе призына эйә була. Ҡотлайбыҙ!!!
фото:Хәйбулла районы мәғариф идаралығы