Хәйбулла хәбәрҙәре
+29 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
МӘҒАРИФ
21 Март 2021, 04:43
Балаларҙың ялы ниндәй булырға тейеш?
Яуаптар 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы мәктәп йәшендәге балаларҙың ата-әсәһен ҡаланан ситтә ял итеү урындарының сифатына ҡағылышлы һорауҙарға яуап биреүҙә ҡатнашырға саҡыра. Йәмғеһе һигеҙ һорау бирелә. Яуаптар 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Улар Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына ебәрелә.
Һорауҙарға һылтанма:
https://clck.ru/TfmNR
“Балаларҙың 15 проценты йыл һайын ҡалалан ситтәге лагерҙарҙа ял итә. Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын башҡа төбәктәрҙәге шифаханаларға, лагерҙарға, сит илгә ебәрә. Төбәк Йәмәғәт палатаһы фекер белешеү сараһын балаларҙың ялын ойоштороу буйынса хәлдең торошон, ата-әсәләрҙең балаларына ял майҙансыҡтарын ниндәй принцип буйынса һайлауын, республикала ошо өлкәләге хәлде камиллаштырыу йәһәтенән уларҙың тәҡдимдәрен асыҡлау өсөн үткәрә”, – тине Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исергәкова.
Фото: ok.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Balalar-i-yali-nind-y-bulir-a-teyesh-716517/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"