–ЮНЕСКО халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан башҡорт теле «Донъяның хәүеф аҫтында булған телдәре атласы»на индерелде. Мәғлүм булыуынса, саф башҡорт ғаиләләрендә лә балалар хатта өйҙә лә тик рус телендә аралаша. Ата-әсәләр дәүләт имтихандары (ЕГЭ, ОГЭ) һәм башҡа күп төрлө сәбәптәргә, имеш-мимештәргә һылтанып, үҙ балаларын туған телде, башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүҙән мәхрүм итеп, киләсәктә милләтең юғалыуына юл аса. Ҡайһылары башҡорт телен уҡытыуға башта риза булып та, аҙаҡ унан баш тартырға кәрәк тигән саҡырыуға ҡолаҡ һала. Ә бит тап ата-әсәләр туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә, быуындар бәйләнешен булдырып милли традицияларҙы һаҡлауҙа мөһим роль уйнай. Сабый тыуғас та, балалар баҡсаһына ғариза яҙғанда мотлаҡ рәүештә башҡорт төркөмөнә яҙылырға кәрәк. Шулай уҡ 1-се һәм 5-се кластарға барғанда – туған телде өйрәнеүгә ғариза яҙырға кәрәк була. Ғөмүмән, уҡыусылар төрлө яҡтан үҫешкән шәхес булып тәрбиәләнергә тейеш, – ти Айгөл Әнүәр ҡыҙы.