Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
9 Март 2021, 17:53

БДИ-2021: БЫЙЫЛ НИСЕК ҮТӘ?

/

Шулай, быйыл сығарылыш уҡыусыларына имтиханды срогынан алда тапшырыу үткәрелмәй.
Берҙәм дәүләт имтиханын 31 майҙан 2 июлгә тиклем юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләгәндәргә генә тапшырырға рөхсәт ителә.
База математика буйынса имтихан булмай.
Юғары уҡыу йорттарына инергә тәләмәгән уҡыусылар аттестат алыр өсөн математиканан һәм рус теленән сығарылыш имтихандары тапшырасаҡ.
Йомғаҡлау иншаһын яҙыу ваҡыты 2 декабрҙән 15 апрелгә күсерелде.
Тағы бер яңылыҡ – сығарылыш уҡыусылары информатиканан БДИ-ны тәүге тапҡыр компьютерҙа тапшырасаҡ.
Загида Мусина.
https://shonkar.rbsmi.ru/articles/common_material/BDI-2021-biyil-nisek-t-708138/
Читайте нас: