Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Март 2021, 16:21

Дәрестәр оҙайтыла

/

Башҡортостан мәктәптәре ғәҙәти эш режимына ҡайта.
9 марттан Башҡортостан мәктәптәре ғәҙәти эш режимына ҡайта: дәрестәр элеккесә 45 минут буласаҡ. Ярашлы указға республика Башлығы ҡул ҡуйған.
Иҫкәрмә1 сентябрҙән республика мәктәптәре пандемия арҡаһында айырым режим буйынса эшләне. Шул иҫәптән кабинет системаһы индерелгәйне — кластан- класҡа күсеү тыйылды. Дәрестәр оҙайлығы ла ҡыҫҡартылды.
Биналарҙы дезинфекциялау кәм тигәндә аҙнаһына бер тапҡыр үткәрелергә тейеш.
Автор: Зульфия Байкучкарова.
https://oktjabr-b.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/D-rest-r-o-aytila-702161/
Читайте нас: