«Робототехника» йүнәлеше буйынса Хәйбулла районы данын Сиҙәм мәктәбе уҡыусылары Таһир Хәмитов һәм Илнар Сәмиғуллин (етәксеһе – Ришат Рәшит улы Хөсәйенов) яҡланы. Улар билдәләнгән ваҡыт эсендә ҡатмарлы командаларҙы үтәй алған роботты ҡорҙо һәм уға программа төҙөнө. Һөҙөмтәлә республиканың 23 көслө командаһы араһында хәйбуллалар һынатманы һәм 1-се урын яуланы. Афарин!!!