Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
23 Февраль 2021, 12:43

“Йәш яугир курстары”

Ошондай исемле ярыштар Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортонда үтте

Бында Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата “Йәш яугир курстары” тип аталған ярыштар үтте. Сарала «21 быуат лидерҙары», «Хәйбулла ынйылары» берекмәләре һәм «Осҡон» видеостудиялары уҡыусылары сәмләнеп көс һынашты.
Ярыштар дуҫтарса мөнәсәбәттә үтте, бөтә ҡатнашыусылар грамоталар менән бүләкләнде, шулай уҡ уларға “Йәш яугир курстарын” уңышлы тамамлау тураһында таныҡлыҡ тапшырылды.
Фото: Аҡъяр ауылы Балалар ижады йорто
Читайте нас: